Көйөргәҙе районы гербы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Көйөргәҙе районы гербы
Герб
Coat of Arms of Kuyurgaza rayon (Bashkortostan).png
Административ-территориаль берәмек Көйөргәҙе районы
Нигеҙләү датаһы 13 июль 2006
Дәүләт
Юрисдикция таралышы Көйөргәҙе районы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы

Көйөргәҙе районы гербы — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының рәсми символикаһы. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2996, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 052 һаны менән теркәлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондарының символикаһы 1999 йылдың 6 июлендә ҡабул ителгән 10-з «Башҡортостан Республикаһының дәүләт символикаһы тураһында» Законына ярашлы булдырыла[1]. Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль район советының 2006 йылдың 13 июлендәге 1/10-91 ҡарары менән раҫлана. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшел ҡырҙа алтын дала бөркөтө осоп бара. Уның суҡышы һәм тәпәйҙәре ҡыҙыл, тәпәйҙәре имән ботағын эләктергән. Гербтың аҫҡы өлөшөндә елпеүес рәүешендә ете алтын иген башағы урынлашҡан.

Нигеҙләмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Республиканың көньяҡ ҡапҡаһы булған Көйөргәҙе районы атамаһын Оло Юшатыр йылғаһына ҡойған Көйөргәҙе йылғаһынан ала, ул йылға сығанағы тигәнде аңлата.

Борон хәҙерге район территорияһында башҡорттарҙың үҙҙәренең ҡыйыулығы һәм сыҙамлығы менән айырылып торған ҡыпсаҡ, тамъян, бөрйән ырыуы йәшәгән. һуңынан уларҙың вариҫтары Көйөргәҙе районын үҙҙәренең батырлығы менән данлай.

Герб райондың бай тарихын, тәбиғәт, тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен үҙ эсенә алған. Уның төп фигураһы — тәпәйҙәренә имән ботағын эләктереп юғарыға осоусы дала бөркөтө. Борон-борондан бөркөт бөгөн Көйөргәҙе районында йәшәгән ҡыпсаҡ ырыуы вариҫтарының ырыу ҡошо. Осоп барған бөркөт — ғәҙеллек, байлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ, киң күңеллелек, зирәклек символы, ул райондың үткәне менән бәйләнешен, киләсәккә ынтылышын, ауырлыҡтарҙы еңеүен, райондың үҫешен раҫлай.

Имән ботағы ныҡлыҡты, крайҙа йәшәгән күп милләтле халыҡтың ышаныслылығы тураһында һөйләй.

Ете алтын башаҡ — ерҙә эшләүселәрҙең хеҙмәт һөйөүсәнлеге, крайҙың байлығы символы. Башаҡтарҙың һаны — республика территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы символлаштыра.

Йәшел төҫ — ерҙең уңдырышлылығы, үҫемлектәр, хайуандар донъяһының күп төрлөлөгө, шулай уҡ өмөт, муллыҡ, азатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡ билдәһе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көйөргәҙе районы флагы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]