Оло Юшатыр (йылға)
Оло Юшатыр | |
---|---|
урыҫ Большой Юшатырь | |
![]() | |
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 92 км |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 52°43′04″ с. ш. 55°40′33″ в. д.HGЯO |
Тамағы | Һайылмыш |
· Урынлашыуы | Октябрьский районы (Ырымбур өлкәһе), Ырымбур өлкәһе |
· Координаталар | 52°20′04″ с. ш. 55°19′24″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Һайылмыш → Һаҡмар → Яйыҡ → Каспий диңгеҙе |
Ил | ![]() |
Регион | Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан |
РДҺР | 12010000712112200006831 |
Оло Юшатыр Викимилектә |
Оло Юшатыр — йылға, Һайылмыш йылғаһының (Һаҡмар йылғаһы бассейны) уң ҡушылдығы. Күмертау ҡалаһы составындағы Маяҡ ауылынан төньяҡҡа табан 2 км алыҫлыҡта башлана. Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы, Ырымбур өлкәһе буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға һәм Һайылмышҡа (тамағынан 55 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 92 км, бассейн майҙаны 3393 кв.км. Ҡатнаш, башлыса, ҡар һыуы менән туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 13,7 куб/с. Бассейн өҫтө убалы, тәпәш ҡалдыҡ тауҙар бар. Ландшафы йыуылған һәм типик ҡара тупраҡтағы төрлө үләнле-ҡыяҡлы далаларҙан тора; һөҙәк һыу айырғыстарҙа ҡайын сауҡалыҡтары осрай. Бассейндың күп өлөшө һөрөлгән. Йылғала 2 быуа төҙөлгән. Башҡортостан территорияһындағы ҡушылдыҡтары: уң — Ҡунаҡбай, Ҡаҙлайыр, Оло Көйөргәҙе; һул — Ҡуяныш, Туғыҙтимер, Кесе Юшатыр һ. б.
Сығанаҡтар
- Энциклопедия Башкортостана