Кесе Юлыҡ
Кесе Юлыҡ | |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Оҙонлоҡ |
|
Дәүләт | |
Ҡайҙа ҡоя | Һаҡмар |
Кесе Юлыҡ — Рәсәйҙәге йылға, Башҡортостандың Баймаҡ районы биләмәләрендә аға. Һаҡмар йылғаһына уң яғынан (тамағынан 620 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 10 км тәшкил итә.
Баймаҡ районы Юлыҡ ауылы эргәһендә Мағаш йылғаһының уң ҡушылдығы, баштараҡ Оло Юлыҡ исемен йөрөтә (1801 йылғы карталарҙа шулай күрһәтелгән).
Башҡорт теле белгесе М. Усманова фекеренсә, Кесе Юлыҡ — ошо уҡ райондағы Ҡыуат ауылы янында аҡҡан Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы, хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан[1]. Йылға атамаһы боронғо төрки julag (юлаҡ) һәм il (юл) һүҙҙәренә барып тоташа, мәғәнәһе — йылғасыҡ, инеш. Ошо уҡ районда йылға исеме менән йөрөтөлгән Юлыҡ ауылы бар: татар Юлығы (1801), Юлыҡ Ямы (1868), шулай уҡ Юлыҡ яланы, Юлыҡ шишмәһе (Йылайыр районы), Юлыҡ күпере (Баймаҡ районы) булыуы билдәле[1].
Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәттәренә ярашлы[2]:
Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000512112200005010
Кодтар буйынса гидрологик өйрәнеү (ГӨ) — 112200501
Бассейн коды — 12.01.00.005
ГӨ буйынса томы — 12
ГӨ буйынса сығарылыш — 2
Иҫкәрмләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Минсылыу Усманова. Имя отчей земли. Уфа, «КИТАП», 1994, 212-се бит
- ↑ 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: Малый Юлук . Дата обращения: 7 август 2011. Архивировано 21 август 2012 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В статье использована информация, предоставленная Федеральным агентством водных ресурсов из перечня водных объектов, зарегистрированных в государственном водном реестре по состоянию на 29.03.2009. Перечень (rar-архив, 3,21 Мб).