Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы
Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (рус. Минсылу Губайтовна Усманова; 1950 йылдың 1 майы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй тел белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017)[1], Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре (2010).
Биографияһы
1950 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылында (ул ваҡытта — Ҡарамалы) тыуған.
1972 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын (БДУ) тамамлай.
СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Башҡортостан ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй.
1991 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.
2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында уҡыта, башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры.
1990 йылда «Топонимия бассейна реки Сакмары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 2002 йылда «Функционально-семантическая классификация глаголов башкирского языка» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[3], ғилми консультанты — профессор М. В. Зәйнуллин[4]. Филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе 2003 йылда бирелә.
Ғилми тикшеренеүҙәре башҡорт теленең функциональ грамматикаһына һәм ономастикаһына, топонимикаға, башҡорт телен урыҫ телле һәм милли мәктәптәрҙә уҡытыу методикаһына арналған. 320-гә яҡын ғилми һәм уҡытыу-методик хеҙмәт[5], шулай уҡ уҡыу һүҙлектәре авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законын тормошҡа ашырыу комиссияһы ҡарамағындағы Терминология хеҙмәтенә етәкселек итә, Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002)
- Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре (2010)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017)
Төп хеҙмәттәре
- Усманова М. Г. Топонимия бассейна реки Сакмары : автореферат дис. … кандидата филологических наук : 10.02.02 / Башк. гос. ун-т им. 40-летия Октября. — Уфа, 1990. — 23 с.
- Усманова М. Г. Имя отчей земли: Историко-лингвистическое исследование топонимии бассейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — 272 с. — ISBN 5-295-01337-5.
- Усманова М. Г. Функционально-семантическая классификация глаголов башкирского языка. — Уфа, 2002.
- Усманова М. Г. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный. — Уфа: Китап, 2015. — 124 с.
- Усманова М. Г., Султангулова З. З. Башкирский язык: учебник для учреждений начального и среднего профессионального образования. — Уфа: Китап, 2015. — 240 с.
- Усманова М. Г. Башҡортса дөрөҫ һөйләйек! : башҡорт теленең функциональ грамматикаһы (Будем говорить на башкирском правильно! : функциональная грамматика башкирского языка). — Уфа: Китап, 2024.
Әҙәбиәт
- Усманова Минсылу Губайтовна // Баймакская энциклопедия / Научно-ред. коллегия: И. Х. Ситдиков (председ.), К. И. Аглиуллина, А. З. Асфандияров и др. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 547. — 640 с. — 3100 экз. — ISBN 978-5-88185-084-5. (ҡатырға тышлыҡта)
Иҫкәрмәләр
- ↑ УСМАНОВА Минсылу Губайтовна. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025. Архивировано 20 февраль 2023 года.
- ↑ Усманова Минсылу Губайтовна. Центральная научная библиотека УФИЦ РАН (2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025. Архивировано 15 август 2024 года.
- ↑ Функционально-семантическая классификация глаголов башкирского языка. disserCat — электронная библиотека диссертаций (2002). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025. Архивировано 27 апрель 2012 года.
- ↑ Усманова, Минсылу Губайтовна. Функционально-семантическая классификация глаголов башкирского языка. FreeReferats.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025.
- ↑ Сотрудники Института башкирской энциклопедии АН РБ приняли участие в круглом столе, посвящённом юбилею М. Г. Усмановой. ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025.