Усманов
Усманов — ғәрәп теленән ингән Усман исеменән яһалған ир-ат, Усманова — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы. төрки телле халыҡтарҙа киң таралған. Тәржемәлә ирлек һәм батырлыҡ тигән мәғәнәләрҙе бирә. Боронғо ғәрәп хәлифенең исеме. Тарихи сығанаҡтарҙа Ғосман формаһында ла осрай[1].
Билдәле йөрөтөүселәр
- Усманов Ғайса Иҙрис улы (1922—1993) — Дан орденының тулы кавалеры.
- Усманов Ғиндулла Ғариф улы (1875—1956) — шағир‑импровизатор.
- Усманов Искәндәр Йософ улы (1950) — СССР һәм Рәсәй үҫемлектәр физиологы, эколог. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).
- Йософ Абдрахман улы Усманов (1903—1993) — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (1962) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995).
- Усманов Хәмзә Фәтих улы (1923—2009) — ғалим-тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улы (1975) — эстрада йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2006).
- Усманов Әбүбәкер Нурйән улы (1910—1982) — тарихсы-ғалим, фольклорсы, тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
- Усманов Салауат Мөҙәрис улы (17.09.1947 — 24.04.2020) — физик. Физика‑математика фәндәре докторы (1996), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы фән һәм техника хеҙмәткәре (2007).
- Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы (28.11.1971), журналист. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2021).
- Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1950) — башҡорт тел белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы (2003), профессор. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Усманова Рафиға Карам ҡыҙы (1954) — журналист, шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы (1918—1983) — медицина хеҙмәте капитаны.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кусимова Т., Бикҡолова С. Башҡорт исемдәре. Өфө, Китап, 2000, 82-се бит