Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы

Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (рус. Усманов, Магафур Махмутович; 1962 йылдың 26 марты, Ҡыҙғы, Архангел районы, Башҡорт АССР-ы, СССР) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры. Башҡортостандың Милли йәштәр театры артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Рәсәй Федерацияһы Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995).

Биографияһы

1962 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ының Архангел районы Ҡыҙғы ауылында тыуған. Атаһы урман ҡырҡыусы булып эшләгән. Ғаиләлә йәмғеһе алты бала булған.

1987 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Рифҡәт Исрафилов курсы) тамамлай һәм Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эш башлай. 1989 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли йәштәр театры актёры[1].

Башҡарған ролдәре

Төрлө пландағы (комик ролдәр, балалар өсөн спектаклдәрҙәге ролдәре, етди ролдәр) 50-гә яҡын роль башҡара.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008);
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994);
  • «Жест» халыҡ-ара пластика фестивале лауреаты, (Өфө, 1994).

Иҫкәрмәләр

  1. З. В. Сайфуллина. Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Усманов Магафур Махмутович. teatrnmt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
  3. Магафур Усманов. Фильмография. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә