Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы
Усманова Кәримә Ишбулды ҡыҙы (28 ноябрь 1971 йыл) — журналист. 2010 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең республиканың Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе. 2015 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2021)[1].
Биографияһы
Кәримә Ишбулды ҡыҙы Усманова 1971 йылдың 28 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған[1].
Мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ «Башҡортостан пионеры» гәзитендә хәбәрҙәре баҫыла.
1989 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының[2] башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында хәбәрҙәре һәм мәҡәләләре «Совет Башҡортостаны» һәм артабан «Башҡортостан» гәзитендә, университеттың «Знамя октября» күп тиражлы гәзитендә даими донъя күрә[3].
1994 йылда хеҙмәт юлын Күсей урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай, артабан Сибай интернат-мәктәбендә[4] шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
2000 йылдан «Һаҡмар» гәзитендә — хәбәрсе, аҙаҡ Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант вазифаһында эшләй.
Сибай ҡалаһы уҡыусыларының ижадын бергә тупланған «Бала саҡтың яҡты хыялдары», «Еңеү яҙы», «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» һәм урындағы яҙыусылар ойошмаһы ағзаларының әҫәрҙәренән торған «Мөғжизәләр көтәм», «Йәйғор төҫө» исемле йыйынтыҡтарҙы төҙөүсе.
2010 йылдан — «Башҡортостан» гәзитенең Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе[1].
Төрлө йылдарҙа «Йәншишмә» һәм «Башҡортостан» гәзиттәренең енең йыл лауреаты була, «Башҡорт эшҡыуарлығы» конкурсында 2-се урынды яулай, «Һөнәрмән», «Талантлыны данлай Башҡортостан» конкурстары еңеүсеһе була. 2014 йылда «Моя земля — Россия» Бөтә Рәсәй конкурсында ауылдар темаһын яҡтыртаны өсөн Рәхмәт хаты менән бүләкләнә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2021)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
- ↑ Хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университеты.
- ↑ 1 2 Фирүзә Абдуллина Беҙ Баймаҡтар бит әле.
- ↑ Хәҙер Сибай гимназия-интернаты
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)
- Сибай: энциклопедия / [науч. редкол.: Х. Х. Сулейманов (пред.) и др.]. — Уфа : Башкирская энциклопедия, 2015. — 558 с. : ил., цв. ил., карт., портр., цв. портр., факс.; 27 см.; ISBN 978-5-88185-246-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 апрель 2024)