Усманов Искәндәр Йософ улы
Усманов Искәндәр Йософ улы (15 октябрҙә 1950) — СССР һәм Рәсәй үҫемлектәр физиологы, эколог. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).
Биографияһы
Усманов Искәндәр Йософ улы 1950 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһында тыуған. Атаһы Усманов Йософ Абдрахман улы (1903 — 1993) — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, РСФСР‑ҙың һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре; улы Усманов Йософ Искәндәр улы — биология фәндәре кандидаты, доцент.
1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[1].
1973 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтында эшләй. 1990 йылда Биология институтында төп ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһенә эйә була.
1989 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Биология факультетының физиология кафедраһы мөдире вазифаһын үтәй.
2008 йылдан Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникация институты директоры вазифаһын башҡара[1].
2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институтында уҡытыусы булып эшләй.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге үҫемлектәрҙең ҡулайлашыу стратегияларының төрлө типтары формалашыуы механизмдарын, дарыу үҫемлектәренең экологияһы һәм физиология әүҙемлеген өйрәнеүгә; Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә арналған[1]. Искәндәр Усманов — 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп хеҙмәттәре
- Видовая специфичность растений и изменение биоэлектрических и окислительно-восстановительных процессов при питании аммиачным и нитратным азотом : диссертация … кандидата биологических наук : 03.00.12. — Уфа, 1977. — 139 с.
- Функциональный анализ типов адаптивных стратегий растений : диссертация … доктора биологических наук : 03.00.05; 03.00.12 / АН УССР. Ин-т ботаники им. Н. Г. Холодного. — Уфа, 1987. — 267 с.
- Вещества специализированного обмена растений. (Классификация. Функции) : Учеб. пособие / Р. М. Баширова, И. Ю. Усманов, Н. В. Ломаченко. — Уфа : Башк. ун-т, 1998. — 159 с. ISBN 5-7477-0328-5
- Экологическая физиология растений : учебник / И. Ю. Усманов, З. Ф. Рахманкулова, А. Ю. Кулагин. — Москва : Логос, 2001. — 223 с. ISBN 5-94010-082-1
- Лекарственные растения Башкортостана. Биология и основы органического растениеводства : Учеб. пособие / [И. Ю. Усманов и др.]. — Уфа : РИО БашГУ, 2002. — 159 с. ISBN 5-7477-0510-5
- Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. — Уфа, 2007. (авторҙаш)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Усманов Искәндәр Йософ улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.