Башҡортостанда туризм
Башҡортостанда туризм (рус. Туризм в Башкортостане) — Рәсәй Федерацияһы субъекты булған Башҡортостан Республикаһының халыҡҡа туристик хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнеүсе иҡтисад тармағы.
Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә уникаль тәбиғи объекттар, тарихи, мәҙәни һәм сәнғәт ҡомартҡылары булыуы, шулай уҡ үҫешкән инфраструктура булышлыҡ итә.
Тармаҡты үҫтереү тарихы
Башҡортостан Республикаһында ойошҡан туризм менән шөғөлләнгән һәм шөғөлләнеүсе ойошмалар: 1929 йылдан — Пролетар туризмдың Башҡортостан йәмғиәте; 1937 йылдан — Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советының Физкультура һәм спорт буйынса юғары советы; 1960 йылдан — Башҡорт АССР-ының Туристик-эксплуатация идаралығы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Физик культура, спорт һәм туризм буйынса дәүләт комитеты (Госкомспорттуризм) ҡарамағында була. Артабан был бурысты Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса агентлығы, ә хәҙерге көндә — башҡарма властың үҙ вәкәләттәре сиктәрендә туризмды, туристик индустрияны үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы республика органы — Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы[1] башҡара.
СССР-ҙың туристик үҙәктәренең береһе булған башҡортостан әлеге ваҡытта Рәсәй Федерацияһында ла шулай булып ҡала килә:
• 1960 йылда Белорет ҡалаһында Туристарҙың II йәйге Бөтә Рәсәй слеты үтә;
•1964 йылда Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы янында — Бөтә Рәсәй туристарының ҡатнаш слеты;
• 1976 йылда Ғафури районының Ташаҫты ауылында — Йәйәүле туристарҙың III Бөтә Рәсәй һәм 1986 йылда — Бөтә Рәсәй туристик контроль-ҡотҡарыу хеҙмәттәре беренселеге (1989);
• 1977 йылда Күгәрсен районы Мораҙым ауылы янында — Йәйәүле туристарҙың Бөтә Союз ҡатнаш слеты;
• 1985 йылда Ишембай районы Маҡар ауылы эргәһендә — II Бөтә Рәсәй спелеотуристар слеты;
• 1989 йылда Киндерле мәмерйәһе янында (Ғафури районы) Спелеотуристарҙың Бөтә Союз ярыштары уҙа[2];
• 1997 йылда Өфөлә республиканың Туристик-спорт берлегендә Башҡортостан туризмы музейы асыла[3].
Туристик ресурстар
Башҡортостан иҡтисады тармаҡтары араһында туризм мөһим роль уйнай[4]. Республиканы, тәбиғәт ландшафтының төрлөлөгө арҡаһында, икенсе Швейцария, тип йөрөтәләр һәм шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙе лә билдәләйҙәр. Уларҙың береһе — тотороҡло килем килтереүсе индустрия булараҡ, туризмдың үҫешмәүе[5]. Бәғзеләр инде төбәктең иҫтәлекле урындарының туристик индустрия ҡағылмаған иҫ киткес тәбиғәте менән һоҡлана.
Башҡортостандың туристик ресурстары: Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат һ.б. ҡалаларҙың мәҙәниәт һәм сәнғәт һәйкәлдәре; 300 самаһы карст мәмерйәһе; 600 йылға, иң ҙур йылға — Ағиҙел; 800 күл; Европала иң боронғо тау тип иҫәпләнгән Урал тауҙары һырттары, республиканың иң бейек тауы — Ямантау; өс дәүләт ҡурсыулығы — Шүлгәнташ, Башҡортостан ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы һәм «Башҡортостан» милли паркы.
Башҡортостан территорияһында бронза быуатының Абаш, алакүл, межовская, петров, приказанская, саргарин, Һынташты, сруб, турбин, федоровка, черкаскүл мәҙәниәттәре бар. Беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡтан 1-се мең йыллыҡҡа тиклемге 600 ҡомартҡы Әй, Ағиҙел, Дим, Кама, Яйыҡ һ.б йылғалар бассейнында табыла.
Республикала төрлө характерҙағы һәм ҡатмарлыҡтағы туристик маршруттар бар: йылғалар буйлап спорт ағыуҙары, бер һәм күп көнлөк тау маршруттары, велотректар, ҡаяға үрмәләүселәр өсөн тәбиғи ҡаялар, һыбай йөрөү өсөн уңайлы һуҡмаҡтар.
Күлдәрҙә һәм һыуһаҡлағыстарҙа тиҫтәләрсә турбаза һәм шифахана туристарҙы һәм ял итеүселәрҙе ҡабул итә.
Бөгөн Башҡортостанда 31 шифахана эшләй (Асы, Талҡаҫ, Красноусольск, Чехов һ.б.), уларҙың һәр ҡайһыһы һыу, батҡаҡ менән дауалау үҙенсәлегенә эйә, ҡымыҙ, иппотерапия һ.б. йүнәлешендә дауалау тәҡдим итә.
Тау саңғыһы базалары Абҙаҡта, Яҡтыкүлдә һәм башҡа урындарҙа урынлашҡан. RoomGuru.ru отелдәренең интернет-сервис эксперттары 2016 йылдың 30 декабренә - 2017 йылдың 8 ғинуарына отелдәрҙе бронләүҙе анализлағандан һуң, Яңы йылды ҡаршы алыу өсөн иң популяр тау саңғыһы курорттарының исемлеген асыҡлаған. Улар араһында Абҙаҡ та бар һәм рейтингтың етенсе баҫҡысында тора[6]
Палеолит дәүерендәге һүрәттәре менән билдәле Шүлгәнташ, Салауат һ.б. үҙенсәлекле мәмерйәләр бар.
Ирәмәл — изге тау тип һанала. Торатау, Шахтау, Ҡуштау шихандары — элекке коралл рифтары. Экстремаль ял яратыусылар йәйен дә, ҡышын да Павловка һыуһаҡлағысында ял итә ала. Атыш, Ғәҙелша, Шарлама шарлауыҡтары республикаға бик күп туристы йәлеп итә.
Башҡортостандың православие ҡорамдары һәм ғибәҙәтханалары[7], мосолман мәсеттәре — диндарҙар өсөн изге урын.
Инфраструктура
Башҡортостанда ҡунаҡханалар, туристик клубтар, авиация, автомобиль, һыу, егеүле транспорт, тау шифаханалары һәм тау саңғыһы спорты урындарында тауға күтәргестәр рәүешендәге инфраструктура киң үҫешкән.
Туризм төрҙәре
«Буран» ҡарйөрөгөстәрендә атлы-арбалы, һыбайлы маршруттар, «Арский ташы» — уҙған быуаттың 90-сы йылдарына тиклем дә ата-әсәләрҙе балалары менән һыбайлы маршруттарға ҡабул итеүсе берҙән-бер турбаза була[8].
Инйәр, Кесе Инйәр, Һаҡмар һ.б. йылғалар буйлап тын тултырмалы һалдарҙа, каркаслы-йыйылмалы байдаркаларҙа, катамарандарҙа һәм башҡа туристик судноларҙа туристарға ағып төшөү өсөн маршруттар булдырылған. Шулай уҡ велосипед, саңғы, теплоход, һыу-моторлы, автомобиль, йәйәүлеләр туризмы үҫешкән. Республикала 1995 йылда биш турбаза һәм 99 ял базаһы иҫәпләнә. 1992 йылда сит ил туристарын ҡышҡыһын айыуға һунарға ҡабул итеү ойошторола. Башҡортостанда сит ил граждандары өсөн туризмдың киң инфраструктураһы булдырылған: Өфөлә Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының вәкиллеге, Өфө аэропорты, таможня, «Азимут», «Аврора» һ.б ҡунаҡханалар эшләй.
Һуңғы йылдарҙа туризмдың экотуризм, балыҡсылыҡ, экстремаль һәм социаль туризм һ.б. йүнәлештәре үҫешә.
Ойошмалар
- Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы — башҡарма властың үҙ вәкәләттәре сиктәрендә туризмды, туристик индустрияны үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы республика органы[9].
Министрлыҡ эшмәкәрлеген туризм буйынса төп йүнәлештәре һәм бурыстары:
• Туризм мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр
• Башҡортостандың тау саңғыһы курорттары
• Экскурсоводтарҙы (гидтарҙы), гид-тәржемәселәрҙе аттестациялау
• Башҡортостан республикаһы туроператорҙары өсөн мөһим мәғлүмәт
• «Башҡортостан Республикаһының эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» дәүләт программаһы
• Асыҡ туризм
• Дәүләт ярҙамы саралары
• «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты
• Башҡортостан Республикаһында туризм өлкәһендә ярҙам саралары буйынса күрһәтмә
• Туризмды үҫтереү буйынса планлаштырылған ярҙам саралары
• «Студент туризмы» проекты
• «Мәктәп туризмы» проекты
• Социаль программалар
• Социаль туризм
• Башҡортостан Республикаһының туристик маршруттары
• Башҡортостан республикаһы территорияһында ғәмәлдә булған глэмпингтар исемлеге.
- Республикала диндарҙарҙы Сәғүд Ғәрәбстанына хажға ебәреү ойошторола. Уны Мәрхәмәтлек хаж фонды (Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты) һәм «Урал-Хаж» (Рәсәй мөфтөйҙәре советы) туроператорҙары башҡара. Рәсәй өсөн бүленгән 3200 урындың 370-е Башҡортостан хажиҙарына тура килә[10].
Социаль туризм
Министрлыҡ социаль туризмды ла тормошҡа ашыра. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһында Социаль туризмды үҫтереү программаһы эшләй[11]. Ул 30 меңгә яҡын пенсионерға, инвалидҡа һәм балалар йорттары тәрбиәләнеүсеһенә туристик хеҙмәттәр менән файҙаланыу мөмкинлеге бирә.
Тармаҡты үҫтереү перспективалары
Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда туризмды киләсәктә үҫтереүҙең нигеҙен булдырыусы ете кластер билдәләнгән. Өс район «Урал» туристик-рекреацион зонаны тәшкил итә. Уға халыҡ-ара класлы туристик комплекс инә, ул спорт һәм ялдың ҡышҡы һәм ҡайһы бер йәйге төрҙәренә махсуслаша. «Урал»ға йылына 1,5 миллион турист киләсәк, тип күҙаллана[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- Атлас туристических ресурсов Республики Башкортостан. Уфа: УГАЭС, ГУП РБ «Уфимский полиграфкомбинат», 2007. 276 с.
- Башкортостан. Природы край бесценный. Уфа, 2004. ISBN 5-87691-024-4
- Гареев Э. З. Геологические памятники природы. Уфа, 2004.
- Жемчужины природы Башкортостана. — Уфа, 2000.
- Золотое кольцо Башкортостана. Рекламный проспект. — Уфа: Информреклама, 2004.
- Кудряшов И. К. Подземные дворцы Башкирии / И. К. Кудряшов, В. Н. Климец.- Уфа, 1984.
- Максютов Ф. А. Комплексные памятники природы Башкирии / Ф. А. Максютов, Е. В. Кучеров, И. М. Япаров. — Уфа, 1993.
- Национальный музей Республики Башкортостан: Люди. События. Факты. — Уфа, 1999.
- Нигматуллина И. В. Старая Уфа: Историко-краеведческий очерк / И. В. Нигматуллина. — Уфа, 2004.
- Памятники Отечества. Альманах, № 38 (2, 1997). (Уфа, Стерлитамак, Бирск, Белебей, Белорецк).
- Реестр особо охраняемых природных территорий Республики Башкортостан. Уфа, 2006.
- Республика Башкортостан — путеводитель. — Уфа: Скиф, 2010. — 264 с.
- Синенко С. Г. Город над Белой рекой. Краткая история Уфы в очерках и зарисовках. 1574—2000 / С. Г. Синенко. — Уфа, 2002.
- Узиков Ю. А. Исторические памятники Уфы / Ю. А. Узиков.- Уфа, 1999.
- Ширгазин А. Р. Православные храмы Башкирии: история и архитектура. Каталог-справочник / А. Р. Ширгазин. — Уфа, 1995.
- Экономика Башкортостана: Учебник для вузов и ссузов / Под общ. ред. Х. А. Барлыбаева, 2-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2003. 563 с. ISBN 5-85051-268-3
- Газета «Выбор» № 118-119 (10044-10045) от 11.08.2015. Статья «Край тысячи озёр».
Иҫкәрмәләр
- ↑ Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
- ↑ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СПОРТ ТУРИЗМЫ (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
- ↑ Музей туризма Башкирии. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
- ↑ 1 2 Фокин Д. Н., Синцов А. Ю. Приволжье. Большая книга по краеведению. — Эксмо, 2012. — С. 19. — 240 с. — ISBN 978-5-699-57053-9.
- ↑ Версия Етәксе Һ. Б. Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур Өлкәһе. 2014 йылдың 2 июль көнөндә архивланған.
- ↑ http:курорт Абзаково — в Топ-10 горнолыжных курортов России для новогоднего отдыха
- ↑ Паломнический отдел приглашает в поездки к православным святыням Башкортостана. | Уфимская епархия Русской Православной Церкви (МП)
- ↑ Арский ташы (ял базаһы)
- ↑ Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
- ↑ В хадж отправятся более 370 жителей Башкортостана 2016 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ ПРАВИТЕЛЬСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН. ПОСТАНОВЛЕНИЕ от 14 сентября 2017 года N 424 «Об утверждении государственной программы "Развитие внутреннего и въездного туризма в Республике Башкортостан"» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ТУРИЗМ (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. СПОРТ ТУРИЗМЫ (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• Сайт «Туристический путеводитель по Республике Башкортостан» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• О Едином реестре турпредложений Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• Министерство предпринимательства и туризма Республики Башкортостан. Портал социального туризма. Программа развития социального туризма (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• Башкирия туристская. Сайт «Баштурист» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• Союз туриндустрии Башкортостана. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)
• Блог «Фотохроники путешествий». Южный Урал, Башкирия (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 декабрь 2024)