Маҡар (Ишембай районы)
Маҡар (рус. Макарово) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. Маҡар ауыл советының административ үҙәге.
Географик урыны
Ауыл Егән йылғаһының уң ҡушылдығы булған Һикәҙе йылғаһы буйында, район үҙәгенән (Ишембай ҡалаһы) төньяҡ-көнсығышҡа табан 53 км һәм Стәрлетамаҡ тимер юл станцияһынан көнсығышҡа табан 51 км алыҫлыҡта[2], «Ишембай» ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан[3]. Республиканың баш ҡалаһы — Өфөгә тиклем 120 км[2].
Тарихы
Маҡар ауылы XVII быуат аҙағынан — XVIII быуат башынан билдәле. Ауылдың исеме Маҡар антропонимынан (рус.)баш.килеп сыҡҡан тип раҫлаусылар бар[4]. Билдәле ғалим Ғ. Бохарова был атаманы фин-уғыр телдәрендә, ҡайһы бер төрки телдәрҙәге «бөкөрө», «таулы», «ҡабарып торған ер» мәғәнәһендәге һүҙҙәргә бәйләй[5].
1735 йылда «Өфө өйәҙе башҡорттарын улустар буйынса бүлеү исемлегендә» Юрматы улусының түбәләре һанап кителә, улар араһында Маҡар түбәһе лә бар. Ауылдың исеме этнонимға әүерелә, Юрматы улусы түбәһенең ата-бабалар подразделениеһы атамаһы, Ҡармыш түбәһе Маҡар тип атала[6]
XVIII быуат аҙағында Маҡарҙа 141 ир-ат һәм 128 ҡатын-ҡыҙ, 5 типтәр, 1836 йылдағы VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса 91 йортта 274 ир-ат һәм 247 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 992 кеше һәм 215 йорт хужалығы иҫәпләнә[3].
XVIII быуат аҙағында 35 йортта 141 ир-ат һәм 128 ҡатын-ҡыҙ, бер ихатала 5 типтәр йәшәгән. VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 91 йортта 274 ир-ат һәм 247 ҡатын-ҡыҙ була. Ауыл халҡы малсылыҡ, умартасылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. 1834 йылда ауыл халҡында 379 ат, 486 һыйыр, 290 һарыҡ, 260 кәзә һаналған. Уларҙың 500 умартаһы һәм 5 солоғо булған 1843 йылда 576 бот көҙгө ашлыҡ һәм 496 бот яҙғы ашлыҡ сәселә[6]. 1906 йылда ике мәсет, урыҫ-башҡорт мәктәбе, 3 һыу тирмәне, тимерлек, 2 мануфактура һәм 2 бакалея кибете теркәлгән. 1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу 992 кеше һәм 215 йорт хужалығы күрһәткән[3]. Маҡар районының (Ишембай районы тип үҙгәртелә) элекке район үҙәге.
Мәғариф һәм мәҙәниәт
Маҡар ауылында мәктәп 1872 йылдың 5 мартында асыла. Рус теленә, уҡыуға, яҙыуға, иҫәпләүгә, арифметиканың тәүге ҡағиҙәләренә, шулай уҡ география һәм тарих буйынса 20 малай уҡый, улар өсөн тағы ла дин тәғлимәте дәрестәре үткәрелә. 1886 йылда уҡыусылар 21 малай, шуларҙың һигеҙе православие дине вәкиле, 13-е мосолман булһа, 1895 йылда — 55 малай һәм 3 ҡыҙ, шул иҫәптән урыҫтар — 23, башҡорттар — 33, татарҙар — икәү була. 1920—1921 уҡыу йылында 68 малай һәм ҡыҙ иҫәпләнә. 1927 йылда мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә. 1936—1937 уҡыу йылында Маҡарҙа райондағы беренсе урта мәктәп эш башлай. 1939 йылда уның 20 кешенән торған беренсе сығарылышы була, уларҙың барыһы ла артабан уҡытыусы һәм инженер һөнәре ала. Мәктәптә 11 уҡытыусы эшләй, 247 уҡыусы уҡый[9].
1970 йылда мәктәп яңы ике ҡатлы типовой бинаға күсә. 2006 йылда мәктәп капиталь ремонтлана[9].
1985 йылға тиклем мәктәптә интернат (рус.)баш. була, унда күрше ауылдарҙан килгән уҡыусылар йәшәй, дәрестәр ике сменала үтә[9].
1999 йылда мәктәп «Йыл мәктәбе—99» конкурсында, 2007 йылда — «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектында (рус.)баш. еңеүсе була һәм 1 миллион һум күләмендә грант ала[9].
Компьютер кабинеты яңы компьютерҙар һәм техник саралар ҡуйылған, физика, химия, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары тейешенсә һәм заманса йыһазландырылған[9].
Ауылда мәҙәни-ял итеү учреждениеһы — мәҙәниәт йорто эшләй. Уға 1925 йылда ауыл клубы булараҡ нигеҙ һалына, 1966 йылдың октябрендә клубҡа ағас бина төҙөлә. 1971 йылда мәҙәниәт йорто статусын (рус.)баш. ала, 2003 йылда яңы бинала урынлаша. 300 урынлыҡ тамаша залы һәм айырым спорт залы бар.
Мәҙәниәт йортонда «Әхирәттәр» фольклор коллективы, «Аҡ ладья» шахмат-шашка клубы, халыҡ инструменттары ансамбле, вокал һәм драма коллективтары, «Шарлауыҡ» шиғриәт һөйөүселәр клубы эшләй[9].
Маҡар моделле китапханаһы — райондың иң боронғо китапханаларының береһе, 1914 йылдың майында эшләй башлай. 2010 йылдан хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә[10]. Китапхана мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан. Китап фонды 12 мең 866 дана тәшкил итә. Китап уҡыусылар һаны 630-ҙан ашыу, улар йылына уҡырға 27 меңдән күберәк китап һәм башҡа әсбаптар ала.
Урамдары
- Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
- Йылға урамы (рус. улица Речная)
- Баҙар урамы (рус. улица Базарная)
- Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
- Урман урамы (рус. улица Лесная)
- Тау урамы (рус. улица Горная)
- Ташкент урамы (рус. улица Ташкентская)
- Төньяҡ урам (рус. улица Северная)
- Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
- Дауахана урамы (рус. улица Больничная)
- Урал урамы (рус. улица Уральская)
- Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
Тирә-яҡ тәбиғәт
Ауылды Йәнәле, Селтербей тауҙары уратып алған, Кәлимосҡан ҡаяһы (1985 йылдан тәбиғәт ҡомартҡыһы), Ҡаран-Йылға, Кургунтуй, Ҡуҡрауыҡ шарлауыҡтары, Аллағыуат һәм Ҡолоҡ шишмәләре бар.
- Ҡыҙылташ — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡаяташ. Айырыуса һаҡланған тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Һикәҙе йылғаһының уң яҡ ярында ауылдан көньяҡ-көнсығыштараҡ 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡыҙылташ Ишембай заказнигы биләмәһенә инә.
- Һикәҙе — Маҡар ауылы янынан көнбайышҡа табан Ишембай районы буйлап ағып, Егән йылғаһына уның тамағынан 60 км ҡалған ерҙә уң яҡтан барып ҡушыла.
- Һәүәҙе (урыҫ. Хауазе) — ауылы эргәһендә, Маҡар — Ҡолғона юлында урынлашҡан тау. Туристар өсөн иҫтәлекле урын.
- Ҡолоҡ — Маҡар ауыл советы биләмәһендәге шишмә, Һикәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 4,5 км алыҫлыҡта Көньяҡ Уралдың көнбайыш макробитләүендә текә ҡая аҫтынан баш алған тау шишмәһе.
- Ҡуҡрауыҡ — Башҡортостандың Ишембай районындағы йылға. Маҡар ауыл советы биләмәһенә ҡарай. Һикәҙенең һул яҡ ҡушылдығы. Оҙонлоғо — 12 км.
- Шемәк— ауылдан 6 км төньяҡ-көнсығыштараҡ Һикәҙе йылғаһының һул яҡ ярындағы тау.
- Божор — ауыл янындағы тау.
- Ҡыстырлаҡарҡа— ауыл янындағы тау. [Ереклейылға менән Сауҡайорт (Һикәҙе ҡушылдығы) йылғалары араһында ята.
- Ватҡанташ (тау) — тәбиғәт мөғжизәһе ул, өс һикәлтәле мәғрүр ҡаяның таштарында ҡарағай ағастары һылашып үҫеп ултыра.
Билдәле шәхестәре
- Абдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙы (1975 йылда тыуған), тел белгесе-ғалим, филология фәндәре докторы (2010), профессор (2016).
- Вәлиев Камил Абдрахман улы (1934—2000), физик-ғалим, физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Ҡарамышев Гәрәй Батыргәрәй улы (1888—1922), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1922 йылдарҙа Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары һәм Башҡортостан Халыҡ хужалығы Советы рәйесе.
- Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы (1903—1977), башҡорт театр актёры. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) халыҡ артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.
- Ҡарамышев Йософ Ибраһим улы (1825—?), кантон башлығы, ғәскәри старшина (1859).
- Ҡарамышев Мөхтәр Батыргәрәй улы (1895—194..), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (1893—1918), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы (1895—1938), дәүләт эшмәкәре. 1925—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы ағзаһы (1935—1938). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы.
- Шәмсиә Нагаева (1940—2022), йырсы, педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976).
- Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (1938 йылда тыуған), педагог, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм үҙешмәкәр композитор. Рәсәйҙең (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).
- Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (31.07.1942), журналист һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992). Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Сәсәниә (Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы; 1950 йылда тыуған), шағир, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (1999).
- Әнисә Таһирова (1941—2024), шағир, тәржемәсе, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011).
- Маҡар Һөйәрғолов, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
- Фәтҡуллина Рита Харис ҡыҙы (1980 йылда тыуған), әҙәбиәт белгесе-ғалим. Филология фәндәре кандидаты (2007), доцент. РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы.
- Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы (1918—1976), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар дивизияһының инструктор-снайперы, өлкән сержант.
Транспорт
Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ 1 2 Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2025)
- ↑ 1 2 3 Маҡар, Ишембай районындағы ауыл (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге Өфө: Китап, 2002. 256 б. — Б. 145. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2025)
- ↑ Г.Бухарова. Финно-угорский субстрат в башкирской топонимии. Российский гуманитарный журнал (2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- ↑ 1 2 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Образование, культура и спорт. Макаровский сельсовет. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- ↑ Модельные библиотеки Республики Башкортостан. Национальная библиотека Республики Башкортостан имени Ахмет-Заки Валиди. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
Әҙәбиәт
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2025)
- Зуфар Карамышев. Село Макарово. Историко-этнографические очерки 1995-2002 гг. Твердый переплет, 21х15 см., 206 стр., ИД «Республика Башкортостан», 2017 г. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2025)
Һылтанмалар
- Маҡар, Ишембай районындағы ауыл (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- Макарово // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 349. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4. (Тикшерелеү көнө: 28 август 2025)
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий (2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- Ишимбайский район, башкирские деревни. Сайт МойДокс.ру.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.
- «Мин – Маҡарҙан!» – тип ғорурланып йәшәй улар (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (13 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2025.