Ҡалмаҡ (Ишембай районы)


Ҡалмаҡ (рус. Калмаково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 24 кеше[2]. Петровск ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453230, ОКАТО коды — 80231855005.

Атамаһының килеп сығыуы

Ауыл исеме башҡ. Ҡалмаҡ этнонимынан килеп сыҡҡан.

Тарихы

1914 йылдан һуң Маҡар улусының территорияһында Иҫке Әрмет ауылынан бүленеп сыҡҡан ауыл булараҡ нигеҙ һалынған. Иҫке Әрмет (Ҡалмаҡ) ауылының барлыҡҡа килеү шарттары бик үк асыҡ түгел. Әммә билдәле булыуынса, XIX быуатҡа ауылдар исемлегендә ул юҡ. Бөгөнгө көндә Ҡалмаҡ тип атала. Ауылда башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән. Һуңғыһы өҫтөнлөк иткән, шуға күрә 1920 йылда 108 кеше йәшәгән бөтә 20 ихата татар тип күрһәтелгән[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 24 11 13 45,8 54,2

Милли состав: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (59 %), татарҙар (33 %)[4].

Урамдары

Урам исеме[5]:

  • Йәшел урам (рус. улица Зеленая)

Географик урыны

Егән йылғаһы буйында урынлашҡан. Еҙем йылғаһы (Ағиҙелдең уң яҡ ҡушылдығы) Ишембай районының Ҡалмаҡ ауылынан 5 км алыҫлыҡта башлана.

Алыҫлығы:[6]

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Калмаково на портале «Генеалогия и Архивы»
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. «Налог Белешмәһе» системаһында Ҡалмаҡ (Ишембай районы) ауылы
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.

Сығанаҡтар