Авангард (Ишембай районы)


Авангард (рус. Авангард) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 7 кеше[2]. Этҡол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80 231 830 002.

Географик урыны

Эргәһенән Тәйрүк йылғаһына ҡойоусы Ҡаратал йылғаһы ағып үтә.

Алыҫлығы:[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Ишембай): 30 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үрге Этҡол): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем (Салауат): 47 км

Атамаһы

Ауыл исеме «Авангард» колхозы исеменән алынған[4].

Баштағы атамаһы — Коммуна, аҙағыраҡ Авангард ауылы тип үҙгәртелә, унан һуң — Берёзовка утары, һәм яңынан — Авангард ауылы.

Тарихы

1930-сы йылдарҙа Воскресенск районында нигеҙ һалына[5].

«Коммуна» колхозының (артабан «Авангард» тип йөрөтөлә) беренсе рәйесе Ғабидуллин Барый Абдулла улы 1905 йылда тыуған. 1941 йылдың декабрендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. 112-се кавалерия дивизияһы составында, ҡыҙылармеец, разряд командиры, 1942 йылда Курск өлкәһенең Тербуны-2 эргәһендә һуғышта һәләк була. Барый Абдулла улы фронтҡа киткәс, колхоз рәйесе итеп уның ҡатыны Ғәбиҙуллина (Аҡаева) Фәтихә Ғилман ҡыҙы (1906 йылда тыуған) һайлана, ул Ауырғазы районы Яңы Тимешкә ауылында тыуған. 1952 йылда вафат була, Авангард ауылында ерләнә.

1960 йылдың 31 октябрендәге ҡарарға ярашлы Тятяновка ауыл Советының Авангард һәм Покровка тораҡ пункттары бер тораҡ пунктҡа — Авангардҡа берләштерелә[6].

Авангард — Ишембай районының Этҡол ауыл Советына ҡарай[7].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 7 4 3 57,1 42,9

Урамдары

Урам исеме[8]:

  • Урман урамы (рус. улица Лесная)

Сығанаҡтар

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. [Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа: Башк. кн. изд-во, 1980. С. 18]
  5. Ишимбайская энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015, С. 56.
  6. Справка по административно-территориальному делению Мелеузовского района. Библиографу.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2021.
  7. Этҡол ауыл советы
  8. «Налог Белешмәһе» системаһында Авангард ауылы

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә