Восток (Ишембай районы)


Восток (рус. Восток) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 223 кеше[2]. Ишәй ауыл Советының үҙәге. Почта индексы — 453236, ОКАТО коды — 80231835002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 223 111 112 49,8 50,2

Географик урыны

СтәрлетамаҡБелоретМагнитогорск автомобиль юлы эргәһендә, Һәләүек йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[3]

Урамдары

Урам исеме[4]:

  • Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Тау аҫты урамы (рус. улица Подгорная)
  • Энергетиктар урамы (рус. улица Энергетиков)
  • Олимпия урамы (рус. улица Олимпийская)

Иҡтисады

  • Шәхси пилорама
  • Шәхси һөт эре-мөгөҙлө малсылыҡ фермаһы
  • Автосервис

Сәнәғәт

Һәләүек йылғаһының уң яҡ ярындағы ауыл эргәһендә, Ишембай ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта, Һәләүек гипс ятҡылығы үҙләштерелә. Фосфорит серияһы Ассель ярусының швагерин ҡатламының өҫкө өлөшө менән сикләнә һәм органоген эзбизташ, фосфорит һәм флинт линзалары ҡатламдары менән доломитлаштырылған афанит эзбизташтарҙан ғибәрәт[5].

Шәкетау шиханы — Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинатына (ААЙ «Сода») эзбизташ карьеры, рәсми рәүештә «эзбизташ ятҡылығы». Эзбизташтарҙы сығарыу 1950 йылда башланған. 1975 йылға шихандың өҫкө өлөшөнән 35 м алынған була. Бөгөнгө көндә унан бер ни ҙә ҡалмаған тиерлек.

Әҙәбиәт

  • Ермолюк, С. Скарлетт О’Хара из деревни Восток / С. Ермолюк // Восход. — 2010. — 26 янв. — С. 2.
  • Ермолюк, С. Принес успех им год быка: МТФ № 2 д. Восток / С. Ермолюк // Восход. — 2010. — 14 янв. — С. 2.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә