Новогеоргиевка (Ишембай районы)


Новогеоргиевка (рус. Новогеоргиевка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 116 кеше[2]. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453220, ОКАТО коды — 80231875005.

Тарихы

undefined
undefined
undefined

Ауылға Белоруссиянан килгән күскенселәр нигеҙ һалған. Тәүгеләрҙән булып Хомченко ғаиләһе була. Төпләнгән ерендә 1900 йылдан алып 1910 йылға тиклем Яңы Георгиевка ауылы барлыҡҡа килә. Бында тәүге йорттарҙы дүрт ағалы-ҡустылы Хомченколар төҙөгәндәр: Абрам, Гордей, Герасим һәм Зиновей. Һуңыраҡ Белоруссиянан яңы күскенселәр йәнәшәлә Козловка, Ивановка, Новоивановка, Орловка, Покровка һәм башҡа ваҡ тораҡ пункттар төҙөгәндәр. Урындағы ерле башҡорттар малсылыҡ, емеш-еләк йыйыу, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Белорустар башлыса бойҙай, тары, һоло, арыш үҫтергән. Совет власы йылдарында ауыл халҡы «Берекмә» колхозында эшләй. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1990 йылдың 9 октябрендәге «Ишембай районы Сәлих һәм Урман-Бишҡаҙаҡ ауылдары сиктәрен үҙгәртеү тураһында» No  6-2/347 указы менән, Яңы Георгиевка ауылы Сәлих ауыл Советынан Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советына күсерелә[3].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 116 60 56 51,7 48,3

Географик урыны

Ауыл Ишембай — Петровский автомобиль юлының ике яғы буйлап урынлашҡан. Буҙайғыр йылғаһының ҡушылдығы Һалҡын шишмә аға, ул тик яҙ (март-май) ҡар ирегән мәлдә генә аға.

Алыҫлығы:[4]

Урамдары

Урам исеме[5]:

  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Көнсығыш урамы (рус. улица Восточная)
  • Урман урамы — (рус. улица Лесная)
  • Төҙөүселәр урамы (рус. улица Строителей)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодежная)
  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Көнбайыш урамы (рус. улица Западная)

Иҫтәлекле урындары

Ауылдан 5 км алыҫлыҡта Торатау шиханы урынлашҡан, тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Әҙәбиәт

  • Пенкина, Е. Свет в конце тоннеля: увидели жители деревни Новогеоргиевка / Е. Пенкина // Восход. — 2010. — 12 февр. — С. 2.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә