Алмалы (Ишембай районы)


Алмалы (рус. Алмалы) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 73 кеше[2]. Петровск ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453231, ОКАТО коды — 80231855010.

Географик урыны

Ҡарасай (Егән йылғаһы бассейны) (русса атамаһы Карасайка) йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[3]

Тарихы

Ауылға 1930 йылда Маҡар районының Әрмет-Рәхим һәм Көҙән ауылдары кешеләре тарафынан бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һалынған. 1917 йылғы революцияға тиклем был урында Стәрлетамаҡ алпауыты Борелдең алма баҡсаһы менән дачаһы була, ул ауыл исемендә лә сағыла[4].

Алмалы ауылы Петровск ауыл Советы составына инә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (100 %)[5].

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 218
1959 йыл 15 ғинуар 236
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 137
2002 йыл 9 октябрь 102
2010 йыл 14 октябрь 73 31 42 42,5 57,5

Урамдары

Урам исеме[6]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Иҡтисады

  • «Победа» ауыл хужалығы артеле.

Арҙаҡлы шәхестәре

Ауылдың ер-һыу атамалары

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. [Алмалы (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.]
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Алмалы ауылы

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә