Иҫкесәк


Иҫкесәк (рус. Искисяково) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 68 кеше[2]. Көҙән ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453234, ОКАТО коды — 80 231 840 004.

Тарихы

Ауылдың исеме Икекиҫәк — башҡорт һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан, ул «ике өлөш» тип тәржемә ителә. Сөнки башта ауылға ике ағалы-ҡустылы — Иҫәнгилде һәм Исламғол нигеҙ һалған.

Иҫкесәк башлыса 1819 һәм 1824 йылдар араһында нигеҙләнгән. Тәүге күскенселәр Маҡар, Юлдашбай, Ҡарайған, Мортаза (Стәрлебаш районы), Әхмәр, Йомағужа аулдарынан. 1816 йылда ауылда ике генә ғаилә йәшәй — Иҫәнгилде (1774 йылда тыуған) һәм Исламғол (1764 йылда тыуған) Йомағужиндар, Маҡар ауылынан Йомағужа Аҡынбәтевтың улдары. Башҡа ғаиләләр Иҫкесәккә 1819-1824 йылдар араһында башҡа ауылдарҙан күсенә[3][4]

undefined

Иҫкесәк Азнай түбәһенең 7-се башҡорт кантоны 14-се тирмәһенә ингән.

Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумының 1994 йылдың 25 октябрендәге No 6-2/165 номерлы «Иҫкесәк ауылын Ишембай районы Һайран ауыл Советынан Көҙән ауыл Советына күсереү тураһында» указы ҡарар итә[5]:

« 1. Иҫкесәк ауылын Ишембай районының Һайран ауыл Советынан Көҙән ауыл советына күсерергә.

2. Һайран һәм Көҙән ауыл Советтары сиктәрен күрһәтелгән схема картаһы буйынса билдәләргә.

»

Хәҙерге осор

Ауылда мәктәп юҡ, балалар Көҙән урта дөйөм белем биреү мәктәбенә йөрөп уҡый, унда Иҫкесәк һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарынан йөрөп уҡыусылар өсөн интернат бар. Петровск участка дауаханаһы ҡарамағындағы Иҫкесәк фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, Үҙәк урам, 20 адресы буйынса урынлашҡан.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 68 31 37 45,6 54,4

Географик урыны

Һәләүек йылғаһына ҡойған Шиҙе йылғаһы буйында урынлашҡан.

Алыҫлығы:[6]

Урамдары

Урам исеме[7]:

  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 127. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Происхождение Искисяково Известная.. | Юрматы ырыуы тарихы | ВКонтакте. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 август 2021.
  5. УКАЗ Президиума ВС РБ от 25.10.94 № 6-2/165 "О ПЕРЕДАЧЕ ДЕРЕВНИ ИСКИСЯКОВО ИЗ САЙРАНОВСКОГО СЕЛЬСОВЕТА В СОСТАВ КУЗЯНОВСКОГО СЕЛЬСОВЕТА ИШИМБАЙСКОГО РАЙОНА" (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Иҫкесәк ауылы

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә