Көҙән ауыл советы (Ишембай районы)

Тарихы

undefined

Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Илсек-Тимер волосына ингән.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы ауыл биләмәһе[3] статусын ала.

Административ үҙәге — Көҙән ауылы.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]2012[6]2013[7]2014[8]2015[9]
9741058955933894857846
2016[10]2017[11]
809792

Ауыл биләмәһе составы

АуылТөрөХалҡы
1Көҙәнсело, административный центр847[5]
2Иҫкесәкдеревня68[5]
3Ҡыҙыл Октябрьдеревня40[5]
4РославкадеревняОшибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).

Иҡтисад

Көҙән ауылында 4 шәхси пилорам эшләй.

Мәғариф

Көҙән ауылында ике ҡатлы, 162 урынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе, «Умырзая» балалар баҡсаһы һәм Иҫкесәк һәм Ҡыҙыл Октябрь ауылдарынан йөрөп уҡыусылар өсөн интернат (әлеге ваҡытта 12 бала унда тәрбиәләнә) бар.

Медицина

  • Көҙән һәм Иҫкесәк ауылдарында фельдшер-акушер пункттары эшләй.

Мәҙәниәт

  • Көҙән ауылында спорт залы һәм китапханаһы булған ауыл Мәҙәниәт йорто эшләй.

Күренекле урындары

Атаҡлы ауылдаштары

  • Әхмәтзәки Вәлиди Туған (1890 йылдың 10 декабре — 1970 йылдың 26 июле) — сәйәси эшмәкәр, башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте юлбашсыһы (1917—1920 йылдар), публицист, тарихсы, шәрҡиәтсе-тюрколог, философия фәне докторы (1935), профессор, Манчестер университетының почетлы докторы (1967)[12][13]. Нәжип Асанбаев «Көҙән ауылы башҡорто» спектаклен уға арнап яҙа.[14]
  • Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы (1928 йылдың 10 декабре — 1995 йылдың 25 июне) — совет нефтсеһе, хужалыҡ эшмәкәре, йәмәғәт эшмәкәре, уйлап табыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972).
  • Зарипов Нур Талип улы — журналист, яҙыусы, «Башҡорт халыҡ ижады» (18 том) йыйынтығын, башҡорт батырҙар әкиәттәрен, эпостарын нәшер итеүҙә ҡатнашҡан, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
  • Сәғитова Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (Шәйәхмәтова-Вәлидова Фәрзәнә) — Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, вокал буйынса педагог, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Уҡыусылар-билдәле йырсылар — Фәнәүи Сәлихов, Илһам Вәлиев, Римма Амангилдина, Миңзифа Исҡужина, М. Волкова, Зөлфирә Шакирова (ТР), Ришат Төхвәтуллин. Олатаһы Шәйәхмәт Вәлидов — Әхмәтзәки Вәлидовтың атаһы Әхмәтшаның бер туған ҡустыһы, Көҙән ауылынан.
  • Рәшитова Таңһылыу Фәрәй ҡыҙы (Сәғиҙә Рәшитова) — Башҡорт дәүләт академия театрының тәүге актрисаларының береһе, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы, Көҙән ауылынан.

Иҫкәрмәләр

  1. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. Закон о границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан (в ред. Законов РБ от 20.07.2005 N 211-з, от 21.06.2006 N 329-з, от 29.12.2006 N 404-з)
  4. 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. 1 2 3 4 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  10. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  12. Аргументы и факты — Как рождалась башкирская Республика? — «АиФ Башкортостан», № 49 (676) от 05.12.2007(недоступная ссылка)
  13. Салаватский государственный башкирский драматический театр :: адреса, телефоны, история, технические параметры, планы сцен и зрительных залов(недоступная ссылка)
  14. Республика Башкортостан: Возвращение к истокам 2016 йылдың 30 декабрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

Категориялар