Ишәй ауыл советы (Ишембай районы)
Ишәй ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының муниципаль берәмеге.
Административ үҙәге — Ишәй ауылы.
Тарихы
Муниципаль реформаны үтәү барышында Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-3-сө һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы ауыл биләмәһе[3] статусына эйә.
Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 16 декабрендәге[4] «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр, Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәренең үҙгәреүе һәм уларҙың үҙгәртеп ҡоролоуы тураһындағы» законына ярашлы Ишембай районы Ишәй ауыл советының майҙанының 371 га тиң өлөшө Стәрлетамаҡ ҡалаһы территорияһы составына күсерелә.
Халҡы
Ауыл биләмәһе составы
Иҡтисады
Ике эре ауыл хужалығы предприятиеһы: Ҡанаҡай ауылында «Ергән МТС-ы» ААЙ-һының Ишембай бүлексәһе һәм Ишәй ауылында «Интернационал» ЯСЙ-һы. 9 крәҫтиән-фермер хужалығы теркәлгән.
Ауыл советы биләмәһендә өс мәктәп, өс балалар баҡсаһы, ике амбулатория, ике фельдшер-акушер пункты, өс ауыл мәҙәниәт йорто бар,
«Сырье компанияһы» ЯАЙ-һы, «ЛТК Урал-сервис» ЯСЙ-һы, «Ишәй төҙөлөш материалдары» компанияһы эшләй.
12 шәхси кибет халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтә, 11 пилорам һәм 1 икмәкхана бар.
Билдәле кешеләре
- Тимербулатов Виль — табип, Башҡорт дәүләт медицина унивеситетының ректоры, Ишәй
- Мусина Римма Мөхтәр ҡыҙы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, вокал буйынса педагог, Әхмәр
- Яҡуп Ҡолмой (Ҡолмөхәмәтов Яҡуп) — шағир, бик күп йырҙар авторы, Ҡанаҡай
- Азамат Рәхмәт улы Ҡолмөхәмәтов — дипломат, 21 быуат башында РФ-ның Сириялағы илсеһе, Рәсәй Федерацияһы Президенты советнигы, атаһы сығышы менән Ҡанаҡай ауылынан
- Хәсәнов Миңлеәхмәт Гәрәй улы (1926). Ике Ленин ордены кавалеры. Ҡанаҡай
- Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы — журналист, «Киске Өфө» гәзитенең баш редакторы,Ҡанаҡай
- Зөфәр Тимербулатов — Башҡортостан Республикаһының матбуғат министры, сығышы Этҡол ауылынан
- Ҡолмөхәмәтова Миләүшә (Годбодь Миләүшә) — журналист, Чехияла йәшәй, Ҡанаҡай
- Ҡотошов Рамазан — яҙыусы, филология фәндәре кандидаты,Ҡанаҡай
- Ҡотошов Әхмәт — журналист, Башҡортостан китап нәшриәтенең баш редакторы, Ҡанаҡай
Дин
Мәсеттәр: дүртәү (Ишәй, Ҡанаҡай, Әхмәр, Үрнәк ауылдарында).
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Закон РБ от 17 декабря 2004 года № 126-з «О границах, статусе и административных центрах муниципальных образований в Республике Башкортостан». Электронный фонд нормативных и справочных документов (17 декабрь 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 октябрь 2013.
- ↑ Об изменениях в административно-территориальном устройстве
- ↑ 1 2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 май 2014. Архивировано 16 май 2013 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2013. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 август 2014. Архивировано 10 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (31 июль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.