Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы

Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы (10 декабрь 1928 йыл — 25 июнь 1995 йыл) — нефтсе, хужалыҡ эшмәкәре. 1966—1989 йылдарҙа «Краснохолмнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы. Башҡорт АССР-ының 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1971), СССР‑ҙың почётлы (1987) нефтсеһе. СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Әнүәр Сәхибгәрәй улы Бәхтейәров 1928 йылдың 10 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[2] Көҙән ауылында тыуған. Маҡар урта мәктәбен, 1952 йылда Мәскәү нефть институтын тамамлай[3], тау инженер-нефтсеһе.

Әнүәр Бәхтейәров — Туймазы, Ҡансура, Краснохолмск нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнашыусыларҙың һәм Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында нефть сығарыуҙы ойоштороусыларҙың береһе. Ул 17 нефть ятҡылығын эшкəртеүгə əҙерлəүҙə һəм үҙлəштереүҙə ҡатнаша. Уйлап табыуға биш авторлыҡ танытма ала. Баҫма эштәр авторы.

19521956 йылдар — «Октябрьскнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында инженер, өлкән инженер һәм бүлек начальнигы;

19561966 йылдар — «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры;

1966 йылдан 1989 йылға тиклем — «Краснохолмнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы башлығы. Был вазифаға идаралыҡ барлыҡҡа килгәндән һуң бер йыл үткәс, «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры вазифаһынан килә. Унан һуң алмашҡа килеүсе — Юрий Гаврилович Пензин[4].

Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улы 1995 йылдың 25 июнендә Яңауыл ҡалаһында вафат була. Тыуған ерендә — Көҙәндә ерләнгән.

Хәтер

1995 йылда Яңауыл урамдарының береһе Бәхтейәров исеме менән атала. Яңауыл ҡала советының 1995 йылдың 25 декабрендәге ҡарарында былай тиелә: "…Бәхтейәров Әнүәр Сәхибгәрәй улының ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә индергән ҙур өлөшөн иҫәпкә алып… «Заречный» биҫтәһендәге Ялан (Полевая) урамын «Бәхтейәров» урамы тип үҙгәртергә. Был урамда Бәхтейәровтар ғаиләһе йәшәгән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1989)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1976)
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1972)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1981)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
  • миҙалдар.

Әҙәбиәт

  • Инженеры Урала: Энциклопедия / Рос. инженер. акад. Ур. отд-ние; [Редкол.: Данилов Н. И. гл. ред. и др.]. — Екатеринбург : Уральский рабочий, 2001. — 694, [1] с. : портр.; 27 см. С.53