Осиповка (Ишембай районы)


Осиповка (рус. Осиповка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 21 кеше[2]. Скворчиха ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453227, ОКАТО коды — 80 231 870 007.

Тарих

Башҡортостан Республикаһының Хәтер Китабында (т. 21. Өфө. «Китап». 2000) Афғанстанда һәләк булған яугир-интернационалист телгә алына: "Юрий Иванович Коржуков, 1965 йылда тыуған, Ишембай районының Осиповка ауылынан, п/п 51863 рядовой, 1985 йылдың 11 авгусында һәләк булған, ерләнгән: Башҡорт АССР-ы, Ишембай ҡалаһы".

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 21 11 10 52,4 47,6

Географик урыны

Буденя (башҡортса Бүҙәнә — «перепёлка») йылғаһы буйында урынлашҡан, ауылдың икенсе исеме шунан алынған.

Алыҫлығы:[3]

Урамдары

Урам исеме[4]:

  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Шишмә урамы (рус. улица Родниковая)

Мәғариф

Осиповкала буласаҡ Блаженная Варвара Скворчихинская эшләгән мәктәп була.

Н. А. Крыгина һөйләй: «Беҙ Слободка утарында йәшәнек, 2,5 километр юл үтеп, Буденя ауылына йөрөп уҡыныҡ. Варвара Васильевна мине 1-се класта уҡытты, ә 2-се класта беҙгә яңы уҡытыусы ебәрҙеләр; ул класҡа инеп: "Мин һеҙҙең яңы уҡытыусығыҙ Клавдия Дмитриевна", - тине. Варвара Васильевна парталарҙың ике рәте араһында тора һәм өндәшмәй; һәм ул былай тип дауам итә: «Хәҙер беҙ революцион йырҙар өйрәнәсәкбеҙ». Уның нисек йырлағанын хәтерләмәйем, тик: "Вставай, проклятьем заклейменный… " тип йырлағаныбыҙҙы ғына хәтерләйем. Беҙ йырланыҡ, ә Варвара Васильевна беҙгә йөҙө менән боролоп: "Йә, балалар, һау булығыҙ", - тип баш эйҙе һәм кластан сығып китте. Ҡабат ул беҙгә бер ҡасан да килмәне, ә беҙ барыбыҙ ҙа уны йәлләнек, ул шул тиклем изге күңелле булды, барыһын да яҡшы аңлатты. Беҙ ныҡ иланыҡ, хатта хәҙер ҙә аяныслы.»

http://www.eparhia-ufa.ru/?holy/var

.

Иҫтәлекле урындары

Билдәле шәхестәре

Варвара Скворчихинская, Скворчихинская Варвара, (донъяуи исеме Архангельская Варвара Васильевна; 20 ноябрь 1890 йыл — 14 февраль 1966 йыл, Скворчиха ауылы, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы) йәшәгән, — рус православие изгеләренән, блаженная[5].

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. «Налог Белешмәһе» системаһында Осиповка (Ишембай районы) ауылы
  5. Официальный сайт Уфимской епархии РПЦ. Блаженная Варвара Скворчихинская. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2022. Архивировано 21 июль 2020 года.

Тема буйынса өҫтәмә