Татьяновка (Ишембай районы)


Татьяновка (рус. Татьяновка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 15 кеше[2]. Этҡол ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453224, ОКАТО коды — 80 231 830 006.

Тарих

Ғәҙей Арыҫланов һуғышҡа тиклемге Татьяновка тураһында шулай һөйләй. «Татьяновка — эргә-тирәләге ҙур (ике меңдән ашыу ихаталы) урыҫ ауылы, ул, хәҙер аңлауымса, тирә-яҡ ауыл халҡы өсөн ҙур роль уйнаған. Стәрлетамаҡ алыҫ ине — 40 саҡрым, Ишембай әле юҡ ине. Ә бында, ҡалҡыулыҡта төҙөлгән бейек матур сиркәүҙән алыҫ түгел, ҡулдан яһалған әйберҙәр өҫтөнлөк иткән бөтә тауарҙарҙы һатыу, алыу һәм алмаштырыу башҡарыла. Ҡамыт-дуға, арбалар, саналар, дегет, ағас күмере, арҡандар, ҡаҡланған балыҡтар, рулондарҙа ситца, быйма, калош, йорт балаҫтары, юғары стандартлы бойҙай оно, тәмле еҫле ҡаластар, керәндилдәр бәйләме, һыйыр майы, иретелгән майҙар һәм башҡа һөт ризыҡтары — баҙар майҙанында нимә генә һатылмаған! Барыһын да һанап сығырлыҡ түгел.

Баҙар көндәрендә бында һәр яҡтан ағылған кешеләрҙең иҫәбе-хисабы юҡ. Атта, йәйәү, кейенгән, күтәренке, ҡыуаныслы кәйефтә. Таныштар шатланып осрашалар, шаярып һөйләшәләр, бер-береһенә нимәлер һөйләйҙәр. Татьяновка сауҙа үҙәге генә түгел, байрам итеү, яңылыҡтар менән алмашыу урыны ла булған.»[3]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 15 7 8 46,7 53,3

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек урыҫтар йәшәй (93 %)[4].

Географик урыны

Тәйрүк йылғаһына ҡойоусы Ҡаран йылғаһы ағып үтә.

Алыҫлығы:[5]

Урамдары

Урам исеме[6]:

  • Яр урамы (рус. улица Береговая)
  • Туғай урамы (рус. улица Луговая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)

Транспорт

Татьяновка — ИшембайҮрге Этҡол автомобиль юлы.

Иҫтәлекле урындары

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Одноклассники сайтында Село ТАТЬЯНОВКА.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. «Налог Белешмәһе» системаһында Татьяновка (Ишембай районы) ауылы

Тема буйынса өҫтәмә