Байғужа (Ишембай районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Байгузино
башҡ. Байғужа
53°25′39″ с. ш. 56°09′18″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башкортостан
Муниципальный район Ишимбайский
Ауыл биләмәһе Байғужа ауыл Советы
Тарихы һәм географияһы
Тәүге телгә алыу 1790
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы 504[1] кеше (2010)
Милли составы башҡорттар
Катойконим байғужалар
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +7 34794
Почта индексы 453223
Код ОКАТО 80 231 815 008
Код ОКТМО 80 631 415 126
Байғужа (Ишембай районы) (Рәсәй)
Точка
Байгузино
Red pog.svg
Мәскәү
Байғужа (Ишембай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Ишимбайский
Такого района нет в справочнике Ишимбайский район|Ишимбайский
Точка
Байгузино
Байғужа (Ишембай районы) (Ишембай районы)<div class="ts-ПозКарта-метка" style="
 left:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%;
top:Аңлатма хатаһы: Көтөлмәгән < операторы%">
Ишимбайский
Такого района нет в справочнике Ишимбайский район|Ишимбайский
Точка
Байгузино
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Байғужа (рус. Байгузино) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 504 кеше[2]. Байғужа ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 453223, ОКАТО коды — 80231815008.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға XVIII быуат урталарында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Байғужа Мәрҙәнов исеме менән аталған. Беренсе күскенсе 1790 йылдағы бер документта телгә алына, ул саҡта Воскресенск заводы өсөн завод хужаһы Дарья Пашковаға Юрматы ерҙәрен һатҡан. Был Байғужа Маразанов, старшина Көҫәпҡол Азатов1 командаһының абруйлы аҫабаһы. Ошо уҡ ауылда уның улдары Аҡкөсөк (1753—1820) һәм Муллағол (1783—1853) йәшәй. 1795 йылда 22 ихатала 176 кеше йәшәгән. X ревизия 504 кеше һәм 72 йорт күрһәткән. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 35 йәшлек Иҫәнбәт Ураҙғолов поход старшинаһы тип күрһәтелгән. Уның атаһы Ураҙғол Апасев, ағаһы Сыртлан Ураҙғолов (35 й.). 1834 йылғы ревизия ваҡытында Сыртландың игеҙ улдары Ҡотломөхәмәт менән Ҡолмөхәмәт (14 йәштә, уларҙың нәҫелендә Сыртланов фамилияһы һаҡлана), ҡыҙҙары Хәбибә, Сәғиҙә, Сәбилә (Һәбилә) (3 йәштә, Смаҡай ауылында Ғүмәр Абдрахмановҡа кейәүгә сыға, билдәле нефтсе Ғүмәровтар нәҫелен дауам иттерә), Мәликә күрһәтелгән. 1865 йылда 93 йортта — 484 кеше. Малсылыҡ, игенселек, ылаусылыҡ, арба һәм сана яһау менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Ул Аҙнай земство училищеһы тип йөрөтөлгән, 1876—1882 йылдарҙа унда уҡытыусы булып хәҙерге Мәләүез районы Ҡамбулат ауылынан Арҫланғәли Әлимғолов эшләй. 1920 йылда ауылда 139 йорт хужалығында 601 кеше йәшәгән.

Байғужалар — малсылар, умартасылар, ҡайһы берҙәре игенселек менән шөғөлләнгән. 1839 йылда 320 кеше йәшәгән 57 йорт хужалығында 760 ат, 695 һыйыр, 160 һарыҡ, 280 кәзә була; 236 умарта булған. Уларҙың барыһына 408 бот көҙгө һәм 1888 бот яҙғы иген сәселгән[3]. 1906 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан[4].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байғужа ауыл Советының үҙәге. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп — Кинйәбулат урта мәктәбенең филиалы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар[4]. Урындағы мосолман дини ойошмаһы Лагерь урамы, 1 а йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 601
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 860
1959 йыл 15 ғинуар 722
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 448
2002 йыл 9 октябрь 447
2010 йыл 14 октябрь 504 240 264 47,6 52,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байғужа янында 1944 йылдан алып Кинйәбулат нефть ятҡылығы эшкәртелә. Эргәлә генә ҡом ятҡылығы[5], Тупаҡбаш йылғаһы буйлап карьерҙар бар[6].

Ҡала подстанцияһынан Байгужа подстанцияһына 35/10 кВ[7], ауылға тиклем һәм артабан районға тиклем Ишембай ТЭЦ-ы — Байғужа ВЛ-35 кВ линияһы бара[5]

Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Традицияға әйләнгән, Советтар Союзы Геройҙары Халиҡов Т. Ғ. һәм Бирҙин Ғ. И. иҫтәлегенә арналған «Кинйәбулат — Байғужа» еңел атлетика уҙышы үтеп тора[8][9].

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урам исеме[10]:

  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Арал урамы (рус. улица Арал)
  • Совет урамы (рус. улица Советская)
  • Бердин урамы (рус. улица Бердина)
  • Малсылар урамы (рус. улица Животноводов)
  • Пионер лагеры урамы (рус. улица Пионерских лагерей)
  • Механизаторҙар урамы (рус. улица Механизаторов)
  • Күл урамы (рус. улица Озеерная)
  • Мәктәп урамы (рус. улица Школьная)
  • Клуб тыҡрығы (рус. переулок Клубный)

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 129. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. 4,0 4,1 Байғужа (Ишембай районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. 5,0 5,1 Инвестиционная привлекательность муниципального района Ишимбайский район. Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 10 март 2016 года. 2016 йылдың 10 март көнөндә архивланған.
  6. Лист карты Д-Ошибка.
  7. Идет масштабная реконструкция подстанций Ишимбайских РЭС. Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано 11 май 2014 года.
  8. Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
  9. Официальный сайт администрации муниципального района Ишимбайский район Республики Башкортостан. Дата обращения: 21 октябрь 2012. Архивировано из оригинала 12 март 2016 года. 2016 йылдың 12 март көнөндә архивланған.
  10. «Налог Белешмәһе» системаһында Байғужа ауылы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]