Кинйәбулат нефть ятҡылығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Кинйәбулат нефть ятҡылығы
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Дәүләт

Кинйәбулат нефть ятҡылығы — 1943 йылдың сентябрендә Башҡортостандың Ишембай ҡалаһынан алыҫ түгел ятҡан Кинйәбулат ауылы янында асылған ҙур нефть ятҡылығы. Башҡортостанда нефть сығарыу һәм эшкәртеү сәнәғәтенә һиҙелерлек этәргес биргән ятҡылыҡ.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай нефть ятҡылығы 1932 йылдан сәнәғәт өсөн нефть бирә башлай. Бына республикалағы иң тәүге нефть эшкәртеү заводы төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, республикаға Әзербайжандан Баҡы нефть ситтән тороп уҡыу институты, бер төркөм белгестәр эвакуациялана. Фронтта хәлдәр ҡатмарлы булыу сәбәпле, 1942 йылда Төньяҡ Кавказ һәм Әзербайжандан предприятиелар һәм белгестәрҙе эвакуациялау дауам итә. Башҡортостанға Баҡынан 703, Грозныйҙан — 264, Майкоптан — 91 эшсе һәм белгес килә. 1942 йылда уҡ «Башнефтекомбинат» башҡарған разведка быраулау эштәре буйынса Советтар Союзында иң алда бара, ул хатта Әзербайжанды ла уҙып китә. Бөтә Волга-Урал буйы төбәгендә нефть разведкалау эше киң йәйелдерелә.

1943 йылда Ишембайға СССР нефть сәнәғәте халыҡ комиссары И. К. Седин һәм баш геолог Г. А. Хельнвист килә. Эҙләнеү партияһы етәксеһе профессор И. О. Брод менән трестың баш геологы X.П. Сыров уларға газ съемкаһы материалдарын, «Ишембайнефть» трестының Кинйәбулат нефть разведкалау участкаһында өс ҡоролма төҙөү тәҡдимен күрһәтә. Был тәҡдимдәр раҫланғандан һуң әйтеп кителгән буровойҙар төҙөлә.

1943 йылдың сентябрендә Кинйәбулат ауылы янындағы 5-се скважинанан (быраулау мастеры М. С. Голяков бригадаһы) көслө нефть фонтаны ата башлай. Ул тәүлегенә ике йөҙ тонна нефть бирә. Тирә яҡ нефть менән тула, нефть яҡындағы Тәйрүк йылғаһына аға башлай, ә унан Ағиҙелгә ағып төшә. Әлбиттә был ятҡылыҡтан түбәнерәк Тәйрүк буйында урынлашҡан Байғужа, Смаҡай, Көҫәпҡол (Ишембай) ауыл халҡы малы, ҡош-ҡорто әрәм була.

Файл:Udarnik Kuzbassa,№2699 25 1 1940 page4.jpg
Ишембай нефть вышкаһы. 1940

Был уңышҡа ҡарамай, Ишембай геологтарын Кинйәбулат ятҡылығын йәшереп ҡалырға теләүҙә ғәйепләп сығыш яһаусылар ҙа табыла. Был эште тикшерергә Мәскәүҙән ул саҡтағы СССР нефть сәнәғәте халыҡ комиссары урынбаҫары Н. К. Байбаков килә. Был эштең бөтә нескәлектәрен аңлап эш иткән белгес булараҡ хәлде ентекле өйрәнгәндән һуң, ул геологтарҙың эшенә юғары баһа бирә.

Был ятҡылыҡты асҡан геологтар А. Трофимук, Х. Сыров, И. Сирик, Е. Скворцованың хеҙмәтен дәүләт юғары баһалай. Андрей Алексеевич Трофимукҡа нефтселәр араһында тәүгеләрҙән булып Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем бирелә (1944 йылдың ғинуарында). Бынан тыш «Башнефтекомбинат» (һуңыраҡ «Башнефть») начальнигы С. Кувыкин, «Ишимбайнефть» тресы управляющийы И. Голодов, быраулау контроаһы директоры Г.Степанянц та юғары наградаларға лайыҡ була. Быраулау мастеры М. Голиковҡа Ленин ордены, «Ишимбайнефть» тресы баш инженеры К. Байракҡа — «Почёт билдәһе» ордены тапшырыла.[1]

Ятҡылыҡ Ағиҙел депрессияһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Структура ҙурлығы 6,0х1,2 км. Илдең көнсығышында бығаса асылған башҡа ятҡылыҡтарҙан төҙөлөшөндәге үҙенсәлектәре менән айырыла. [2]. Ваҡыт үтеү менән скважинаның дебиты тәүлегенә 85 тоннаға етә, йылына — 200—300 мең тонна нефть сығарыла[3].

Кинйәбулат нефть ятҡылығын файҙаланыу иҫәбенә Маҡар районында (хәҙерге Ишембай) 1944 йылда нефть сығарыу кимәле күпкә арта.

Маҡар районындағы Кинйәбулат нефть ятҡылығы һәм Туймазы девон ятҡылығы асылыу Башҡортостанда нефть сығарыуҙағы дөйөм хәлде ҡырҡа үҙгәртә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан территорияһында бөтәһе 8 нефть ятҡылығы асыла, шуларҙың иң ҙурҙары Кинйәбулат ятҡылығы һәм Туймазы девон нефте ятҡылығы булғандыр.

Быға геологик эҙләнеүҙәр һәм разведка эштәрен киңәйтеү һәм рациональ урынлаштырыу, скважиналар төҙөү күләмдәрен күп тапкырҙар арттырыу, быраулау тиҙлеген ҡырҡа арттырыу, нефть сығарыу һәм нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү техникаһын һәм технологияларын камиллаштырыу аша өлгәшелде.

Хәҙер ятҡылыҡ эшкәртелмәй. Урал алды бөгөлөшөндә шундай уҡ төҙөлөшөлө, шундай уҡ төргә ҡараған бәләкәйерәк Сәлих, Николаевка, Ҡарлы нефть ятҡылыҡтары бар.

2012 йылдың 5 июлендә Башҡортостан Республикаһы буйынса ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы Кинйәбулат (Кинйәбулат ятҡылығы) һәм Сәлих (Сәлих ятҡылығы) участкаларында углеводород сеймалын разведкалау һәм сығарыу маҡсатында аукцион үткәрергә йыйына[4], тик һатып алырға теләүселәр булмағанлыҡтан аукцион үтмәй.

2012 йылда Кинйәбулат ер аҫтын тикшереү һөҙөмтәләре участкаһын эшкәртеү перспективалары тураһында мәғлүмәт бирелә[5].

Кинйәбулат нефть ятҡылығы янында нефтселәр ҡасабаһы барлыҡҡа килә. 1970 йылдарҙа унда йәшәгән халыҡты ҡалаға күсереү башлана, ләкин эшселәрҙең бер өлөшө үҙ өйҙәрендә ҡалыуҙы хуп күрә. Был тораҡ пункт Кинйәбулатта урынлашҡан Байғужа ауыл Советына ҡарай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кинзебулатовское месторождение

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай

Трофимук Андрей Алексеевич

Байбаков Николай Константинович

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

-Акименко М.А., Малец О.Н., Турдыматов А.Н. Реализация повторной разработки ликвидированных месторождений кинзебулатовского типа//Нефтяное хозяйство. 2007. № 4. С. 46-52.

-Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 298. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]