Ҡәҙерғолов Илгиз Раян улы
Илгиз Раян улы Ҡәҙерғолов (рус. Кызыргулов Ильгиз Раянович; 1976 йылдың 4 ноябре, Байғужа ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй физик-ғалимы. 2017—2021 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры[1]. Физика-математика фәндәре докторы (2014).
Биографияһы
Илгиз Раян улы Ҡәҙерғолов 1976 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының[2] Ишембай районы Байғужа ауылында тыуған.
1993 йылда Кинйәбулат урта мәктәбен тамамлай һәм, физика буйынса республика олимпиадаһы призёры булараҡ, Башҡорт дәүләт университетының физика факультетына имтиханһыҙ ҡабул ителә. БДУ-ла уҡығанда Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм бер уҡыу йылында Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты була.
1998 йылда университетты отличие менән тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Молекула һәм кристалдар физикаһы институтында инженер-тикшеренеүсе булып башлай. Бер үк ваҡытта (1998—2001) Башҡорт дәүләт университетының аспирантураһында уҡый һәм билдәләнгәндән алда «Теоретик физика» һөнәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
2003 йылдан — Башҡорт дәүләт университетында: теоретик физика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы һәм доценты.
2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратына мәғариф һәм фән бүлегенә баш белгес итеп саҡырыла.
2006—2009 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының уҡыу эштәре һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса проректоры булып эшләй.
2011—2012 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы ректоры[3].
2015 йыл — 2017 йылдың феврале — Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы директоры[3].
2017 йылдың 22 февраленән — 2021 йылдың 25 мартына тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы ректоры[4][5].
2021 йылдан: мәғариф эшмәкәрлеге буйынса проректор (берләшкән университет структураһында УУНиТ)[6].
Ғилми эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы (2009)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Уфимский университет науки и технологий. Официальный сайт. Руководство университета. Проректор по образовательной деятельности Кызыргулов Ильгиз Раянович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 март 2025)
- ↑ 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы
- ↑ 1 2 [https://www.nfbgu.ru/p-8.html Нефтекамский филиал федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования «Уфимский университет науки и технологий». . Официальный сайт. Главная " Кызыргулов Ильгиз Раянович] 2015 йылдың 8 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2016)
- ↑ Новости | БАГСУ. bagsurb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 февраль 2017. Архивировано 28 февраль 2017 года.
- ↑ admin. Абдрахманов Данияр Мавлиярович (билдәһеҙ). bagsurb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
- ↑ Руководство УУНиТ. Официальный сайт УУНиТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2025.
Һылтанмалар
- [https://www.nfbgu.ru/ Нефтекамский филиал федерального государственного бюджетного образовательного учреждения высшего образования «Уфимский университет науки и технологий».
. Официальный сайт]