Егән (Ишембай районы)

Егән (рус. Зигановка) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 139 кеше[2]. Маҡар ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 453232, ОКАТО коды — 80231850002.

Атамаһының килеп сығыуы

Ауыл Егән йылғаһы буйында урынлашҡан. Атамаһын йылға исеменән алған.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 139 67 72 48,2 51,8

Мәғариф

Балалар Маҡар урта мәктәбендә интернатта ятып уҡыйҙар

Урамдары

Урам исеме[3]:

  • Яр буйы урамы (рус. улица Береговая)
  • Йылға урамы (рус. улица Речная)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)

Яҡын ауылдар

Яҡын ауылдар: Береговка, Ивановка, Маҡар (уға тиклем 7 км). Егән Береговка һәм Ивановка менән ҡушылған тиерлек (был ауылдар ошо Егән ауылы тип иҫәпләнә, ә Егән, Береговка һәм Ивановка исемдәре бары тик «биҫтәләр» генә тип иҫәпләнә).

Билдәле шәхестәре

Тема буйынса өҫтәмә