Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы

Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы (рус. Тагирова Аниса Абдулловна; 15 декабрь 1941 йыл18 июнь 2024 йыл) — шағир, тәржемәсе, журналист, уҡытыусы. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011).

Биографияһы

Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһирова 1941 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы [3] Маҡар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған[4].

Урта мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы менән төҙөлөштә эшләй, һуңынан башланғыс синыфтарҙа балалар уҡыта.

1961—1966 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый[4]. Юғары һөнәри белем алғас, ике йыл Күмертау районы[5] Ермолаевка урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була.

1968 йылдан журналистикаға күсә. 1968 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй[4].

Мәскәү ҡалаһында А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы юғары әҙәби курста уҡый[6].

1976—1993 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Башҡортостан телерадиокомпанияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. 1984—1985 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите журналисы[6].

1990—1991 йылдарҙа Әҙәбиәт институтында башҡорт телен уҡыта, башҡорт төркөменең етәксеһе була[6].

1994—1997 йылдарҙа Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында уҡыта[4].

Әҙип 2024 йылдың 18 июнендә Өфө ҡалаһында ауырыуҙан вафат булды[6].

Әҙәби эшмәкәрлеге

Әүҙем ижади эшмәкәрлеге 60-сы йылдар уртаһынан башлана[6]. «Ҡоралай» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1971 йылда баҫылып сыға. Әҙип — башҡорт, рус һәм татар телдәрендә донъя күргән 20 китап авторы[7].

Шиғырҙарына композиторҙар Салауат Низаметдинов, Руза Сәхәүетдинова, Хөсәйен Әхмәтов һ.б. көйҙәр ижад иткән[4].

Анна Ахматова, Юлия Друнина, Михаил Лермонтов, итальян шағиры Франческо Петрарка, Александр Пушкин, Марина Цветаева һәм башҡа әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе[4].

1980 йылдар уртаһынан Әнисә Таһирова башҡорт шиғриәте өсөн ағыштырмаса һирәк булған сонет жанрында ижад итә, уның йыйынтыҡтарында тиҫтәләгән сонет һәм элегиялар урын алған[6].

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналында тапшырыу әҙерләгәне, уның тураһындағы мәҡәләһе һәм иҫтәлектәре, шулай уҡ әҙипкә арналған шиғырҙары һәм сонеттары өсөн Әнисә Таһирова 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ була[8].

Китаптары

  • Ҡоралай: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 62 бит.
  • Аҡсарлағым минең: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 79 бит. 
  • Барһын һиңә яҡты уйҙарым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 62 бит. 
  • Мөғжизәгә килә ышанғым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 96 бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2011)
  • Тыныслыҡ фондының почётлы миҙалы

Әҙәбиәт

  • Хәбиров Ә. Аҫыл һүҙҙәр алтыны // «Ағиҙел», 2011, № 8.
  • Иҡсанов М. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә сонет жанры // «Ағиҙел», 2013, № 1.
  • Хәбиров Ә. Әнисә сонеттары // «Ағиҙел», 2015, № 9.

Сығанаҡтар

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2024)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2024)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2024)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2024)