Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы

Роза Хәйҙәр ҡыҙы Сәхәүетдинова (рус. Роза Хайдаровна Сахаутдинова; 1937 йылдың 25 июне, Сталинабад[d]2025 йылдың 27 ноябре, Өфө) — совет һәм Рәсәй композиторы. 1991 йылдан СССР Композиторҙары союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013).

Биографияһы

Р. Х. Сәхәүетдинова 1937 йылдың 25 июнендә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса исеменең яҙылышы Руза, тыуған көнө 23 июнь) Тажик ССР-ы Сталинабад (1961 йылдан — Дүшәмбе) ҡалаһында тыуған[2].

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ата-әсәһе менән Башҡорт АССР-ының Шишмә эшселәр ҡасабаһына[3] күсеп ҡайта.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә бара — Фәйзи Ғәскәров етәкселек иткән халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, эстрада бригадаларында эшләй. Артабан Сибай ҡалаһы Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе була.

1970-се йылдарҙан йырҙар ижад итә. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай.

1971 йылдан Өфө ҡалаһының 100-сө мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Бер үк ваҡытта мәктәп хорының етәксеһе була, ошонда уҡ хор студияһын ойоштора.

1980—1984 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радио тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитетында тауыш режиссёры була.

1991 йылдан СССР Композиторҙары союзы ағзаһы[2]. Союзға ингәндә рекомендацияны уға СССР композиторҙары Союзы рәйесе Тихон Хренников үҙе бирә.

Композиторҙың йырҙары Ф. Бикбулатов, Н. Ҡадирова, Ф. Килдейәрова, Т. Үҙәнбаева, Ф. Сиражетдинова, Ф. Сәлихов кеүек билдәле Башҡортостан йырсылары башҡарыуында яңғырай. Татарстанда Р. Сәхәүетдинова йырҙары Ренат Ибраһимов, Хәйҙәр Бегичев һәм башҡа йырсылар репертуарында була.

Ул музыка ҡоралдары һәм хор өсөн әҫәрҙәр яҙа, шулай уҡ М. Кәрим, Р. Бикбаев, С. Әлибаев, Р. Ғәрипов,М. Сиражи, Т. Ғәниева шиғырҙарына йырҙар һәм романстар ижад итә.

Роза Хәйҙәр ҡыҙы спектаклдәр, радиопостановкалар өсөн музыка яҙа, СССР-ҙа билдәле булған «Мелодия» Бөтә Cоюз фирмаһы уның грампластинкаларын сығара.

2025 йылдың 9 ноябрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында композитор Р. Х. Сәхәүетдинованың ижади эшмәкәрлегенең 70 йыллығына арналған «Үҙең бүләк» исемле кисә-концерт уҙҙы[4].

Р. Х. Сәхәүетдинова 2025 йылдың 27 ноябрендә Өфөлә вафат була[5][6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1990).
  • Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты (1993)[7].
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
  • Рәми Ғарипов исемендәге1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2002).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003).
  • «Гәлсәр һандуғас» Республика эстрада йырҙарын башҡарыусылар телевизион конкурс-фестивале лауреаты (Өфө, 2004).
  • Салауат Юлаев ордены (2013).

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-11-27/v-ufe-ushla-iz-zhizni-vydayuschiysya-bashkirskiy-kompozitor-roza-sahautdinova-4484708
  2. 1 2 Э. М. Давыдова. Сәхәүетдинова Руза Хәйҙәр ҡыҙы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2026.
  3. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районының Шишмә ауылы
  4. Лейла Аралбаева. В Уфе композитор-песенник Роза Сахаутдинова отметила 70-летие творчества. ИА «Башинформ» (10 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025. (рус.)
  5. Ушла из жизни известный башкирский композитор Роза Сахаутдинова. Культурный мир Башкортостана (28 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2026.
  6. Лейла Аралбаева. В Уфе ушла из жизни выдающийся башкирский композитор Роза Сахаутдинова. ИА «Башинформ» (27 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2026. (рус.)
  7. Литературная карта Республики Башкортостан: Премия имени Акмуллы. Национальная библиотека им. А.-З.Валиди Республики Башкортостан (16 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025. (рус.)