Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов (рус. Рами Ягафарович Гарипов; 1932 йылдың 12 феврале, Арҡауыл — 1977 йылдың 20 феврале, Өфө) — шағир, тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт ССР-ының халыҡ шағиры (1992), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988).
Биографияһы
Р. Й. Ғарипов улы 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған[1].
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә (хәҙер 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡыған.
- 1955 йыл — А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай;
- 1955—1959 йылдар — республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр;
- 1959—1962 йылдар — Салауат районында «Йүрүҙән» колхозының һәм «Һарғамыш» совхозының комсомол ойошмаһы секретары, район гәзитендә бүлек мөдире;
- 1962—1967 йылдар — «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр;
- 1967—1972 йылдар — «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы секретарь.
1977 йылдың 20 февралендә Өфөлә вафат була[1], ҡаланың Мосолман зыяратында ерләнә[2].
Әҙәби ижады
Р. Й. Ғарипов ижады матбуғатта 1950 йылдан күренә башлай. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур.
1957 йылда «Туған тел» шиғырын ижад итә.
Р. Й. Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай.
Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «Табыныу» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Р. Й. Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә.
Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б.
Р. Й. Ғарипов әҫәрҙәре урыҫ, белорус, татар телдәренә тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына композиторҙар А.Ғабдрахманов, А.Ҡобағошов, Р. Сәлмәнов, Р. Сәхәүетдинова һәм башҡалар йырҙар яҙған.
Китаптары
- Йүрүҙән: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1954. — 48 бит.
- Таш сәскә: Лирика. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1958. — 160 бит.
- Һабантурғай йырҙары: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 104 бит.
- Осоу: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1966. — 128 бит.
- Аманат: Йырҙар, шиғырҙар, ҡобайырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969. — 144 бит.
- Горицвет: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — 95 стр. (рус.)
- Миләш — кәләш: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 80 бит.
- Йондоҙло уйҙар. (Р. Бикбаевтың баш һүҙе менән.): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 240 бит.
- Умырзая йыры. (Ғ. Хөсәйеновтың баш һүҙе менән.): Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 334 бит.
- Возвращение. (С предисловием М. Карима.): Стихотворения и поэма. Москва: «Современник», 1981. — 174 стр. (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғаиләһе
- Тормош иптәше Надежда Васильевна Ғарипова (ҡыҙ фамилияһы Друм; —11.03.2009; сығышы менән Украина ССР-ы Днепропетровск өлкәһенең Новомосковск ҡалаһынан) башҡорт телен яҡшы белә.
- Ике улы — Салауат менән Азамат һәм бер ҡыҙы — Гөлнара. Олоһо Салауат — элемтәсе була.
Хәтер
- Р. Й. Ғарипов тамамлаған 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы 1994 йылдан уның исемен йөрөтә.
- Шағирҙың тыуған төбәгендә — Салауат районының Арҡауыл ауылында — уның йорт-музейы асылған, ихатала әҙиптең бюсы ҡуйылған.
- 1994 йылда Р. Й. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһы тарафынан Рәми Ғарипов исемендәге премия булдырылған.
- Халыҡ шағиры исемендәге премия шулай уҡ уның тыуған яғы — Салауат районында ла бар, уны 1997 йылдан башлап район хакимиәте һәм райондың «Йүрүҙән» газете биш йылға бер тапшыра.
- Башҡортостан йәштәре интернетта флешмоб ойоштора. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем шағирҙың яратҡан шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөп «Бәйләнештә» селтәренә һала[4].
- 2017 йылдың ғинуар-февраль айҙарында Р. Й. Ғариповтың тыуған көнөнә арналған асыҡ республика тасуири уҡыусылар видеоконкурсы үтә. Бәйгеселәр әҙиптең шиғри әҫәрен йәки шағирға үҙе арнап яҙған шиғырҙы уҡып видеоға төшөрөрҙө һәм конкурс сәхифәһенә һалды. Конкурстың маҡсаты һәм бурысы – Башҡортостандың халыҡ шағиры ижадына республика һәм Рәсәй халҡының ҡыҙыҡһыныуын арттырыу, туған телгә һәм әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, тасуири уҡыусыларҙың башҡарыу оҫталығын күтәреү. Әҙәби проектты ойоштороусылар – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), Башҡортостан Яҙыусылар союзы, «Салауат Юлаев вариҫтары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты[5].
- 2017 йылдың 12 февралендә Өфөлә халыҡ шағирының тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған «Рәми Ғариповҡа 85 аҙым» әҙәби акцияһы уҙа[6].
- Дондағы Ростов ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар[7].
- Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Й. Ғариповты иҫкә алалар[8].
- Режиссер Б. Йосопов Р. Й. Ғарипов тураһында «Шағир көндәлеге» исемле фильм төшөрә[9].
- 2026 йылдың 11 февралендә Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән Рәми Ғарипов миҙалы булдырыла. Ул «Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн» тапшырыласаҡ. Награда шағир һәм яҙыусыларға ғына түгел, сәхнә оҫталарына, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, шулай уҡ милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән сит ил граждандарына ла бирелә[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Р. Т. Бикбаев. Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Гарипов Рами Ягафарович. Сайт Pomnim.me. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Гарипов Рами Ягафарович. Администрация муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Республика йәштәре халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнө уңайынан флешмобҡа саҡыра (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (12 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Төбәктә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын тасуири уҡыусылар видеоконкурсы уҙғарыла (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (24 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Ләйлә Аралбаева. Өфөләр Рәми Ғариповҡа 85 аҙым үтте (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (13 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ В Ростове-на-Дону почтили память народного поэта Башкортостана Рами Гарипова. Информационное агентство «Башинформ» (22 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар (башҡ.). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (12 февраль 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе завершились съёмки фильма о Рами Гарипове «Дневник поэта». Информационное агентство «Башинформ» (25 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 декабрь 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии учреждена награда имени Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (11 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026. (рус.)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 36-37 с. ISBN 5-295-02294-3.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2025)
- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында Рәми Ғарипов әҫәрҙәре бүлеге (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2025)
- Михаил Чванов о Рами Гарипове: «В моем представлении он всегда молодой». ИА «Башинформ», 15 февраля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2025)
- Рами Гарипов ‑ человек и гражданин (К 85-летию со дня рождения поэта). ИА «Башинформ», 12 февраля 2017 года (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2025)
- Кугарчинская ЦРМБ. Официальный сайт. Рами Гарипов – человек и гражданин. 12.02.2022 (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2025)
- Мажит Алкин «Штрихи к Портрету Рами Гарипова (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2025)
- Рафик Сальманов о Рами Гарипове: «Мне нравились его доведенные до совершенства стихи». ИА «Башинформ», 2 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 декабрь 2025)