Рәми Ғарипов музейы
Рәми Ғарипов музейы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Арҡауыл ауылында урынлашҡан йорт-музейы (тулы атамаһы — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль районының «Р. Ғарипов музейы» мәҙәниәт һәм сәнғәт муниципаль учреждениеһы)[1]
Тарихы һәм һүрәтләү
1988 йылда, үлгәндән һуң Рәми Ғариповҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә, ә 1989 йылда тыуған ауылы Арҡауылда, тыуған йорто урынында йорт-музейы асыла. Унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, стена газеталары, портреттары һаҡлана.
Йорт эргәһендә бюсы ҡуйылған[2].
Рәми Ғарипов музейының төп маҡсаты — килем алыу түгел, ә киңерәк ҡатлам халыҡты уның тормош юлы, ижады менән яҡынданыраҡ таныштырыу.