Йүрүҙән (гәзит)
«Йүрүҙән» — Салауат районының аҙнаһына 1 тапҡыр башҡорт телендә сыҡҡан ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы[1].
Тарихы
Тарихы «На земле Салавата» гәзитенән башлана, 1994 йылдың 1 ғинуарынан алып үҙ аллы нәшер ителә[2]. Башҡорт телендә айырым гәзит сығарыу өсөн А. Ғ. Буранғолов, З. С. Ғәббәсова, Х. А. Ғафаров, И. А. Миһранов һәм башҡалар күп көс һала. Төрлө йылдарҙа С. С. Ғәббәсов (1968—2002), З. Ә. Таһирова (1974—2009), Р. Ф. Сиражева (1994—2009), Н. С. Низаметдинов (1994—2009), В. Ғ. Рамаҙанова (1994—2014), З. И. Вәлиева (1982—2021), З. Н. Ниғәмәтйәнова (1994—1995) һәм башҡалар эшләй.
Гәзитте уҡымлы һәм ҡыҙыҡлы итеүгә ауыл хәбәрселәре Т. Заһиҙуллин, З. Ғ. Ғарифуллина, М. М. Мөғтәбәрова, Ғ. Ғ. Садиҡов һәм башҡалар ҙур өлөш индерә.
1997 йылда район хакимиәте советы ҡарары менән гәзиттең Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемендәге премияһы булдырыла. Төрлө йылдарҙа был премияға З. Ғәббәсова, И. Миһранов, М. Закиров, Р. Сапожникова, Р. Димова, С. Ғ. Сабирйәнова, Арҡауыл ауыл биләмәһенең ижади коллективы лайыҡ була.
Гәзит 2021 йылға тиклем аҙнаһына ике тапҡыр сыға[2], 2022 йыл башынан 8 битлек аҙналыҡ гәзит форматына күсә.
- Махсус биттәр
• Һаулыҡ
• Йәшлек
• Мөғәллим
• Иман
• Илһам
- рубрикалар
• Көн үҙгендә
• Район хакимиәтендә
• Беҙгә яҙалар
• Көнүҙәк мәсьәлә
• Һорау-яуап
• Нисек йәшәйһең, ауыл?
Редакция коллективы
Бөгөн гәзитте дүрт хеҙмәткәрҙән торған коллектив сығара: баш мөхәррир Айҙар Ноғаманов, яуаплы секретарь Гөлшат Шәмсетдинова, хаттар һәм мәғлүмәт бүлеге мөдире Лиана Вәлиуллина һәм верстка буйынса инженер Лилиә Рамаҙанова.
Мөхәррирҙәре
• Х. А. Ғафаров (1994—1996)
• И. Т. Хәсәнов (1996—1999)
• Н. К. Яруллина (1999—2007)
• Р. Р. Латипова (2007—2015)
• А. С. Ноғаманов (2015 йылдан).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Ғ. Арыҫланов исемендәге «Башҡортостан экологияһы» республика журналистар конкурсында 3-сө урын (2000)
• Киң мәғлүмәт сараларында заманса мультимедиа проекттары булдырыуға Башҡортостан Республикаһы башлығы гранты еңеүсеһе (2021)
• Башҡортостан Республикаһы Журналистар берлегенең Төньяҡ-көнсығыш район-ара ижади берләшмәһенең дипломдары һәм Почёт грамоталары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Филиалы РИЦ
- ↑ 1 2 Йүрүҙән (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
- Йүрүҙән (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 749—750. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.
- “Йүрүҙән” гәзитенә – 30 йыл