Ғафаров Хатмулла Абдулла улы

Ғафаров Хатмулла Абдулла улы (рус. Гафаров Хатмулла Абдуллович; 29 ноябрь 1925 йыл — 2014 йыл) — журналист, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейының беренсе директоры[1].

Биографияһы

Хатмулла Абдулла улы Ғафаров 1925 йылдың 29 ноябрендә Башҡорт АССР-ының хәҙерге Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, Лаҡлы ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый, Иҫке Ҡаратаулы урта мәктәбендә 9 класты тамамлауына, Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Атаһы, Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы (1904—1943) һуғышҡа тиклем Ҡалмаҡол ауыл советы рәйесе, өлкән ревизор, өлкән инспектор булып эшләй. «Башташ» колхоз рәйесе булараҡ бронь менән ҡалдырылыуына ҡарамаҫтан, 1942 йылдың 2 майында үҙе теләп фронтҡа китә. Разведчиктары менән заданиенан ҡайтып килгән саҡта ян-яҡтан алып барылған артиллерия утына эләгеп, 1943 йылдың 9 ғинуарында батырҙарса һәләк була, Дондағы Ростовта ерләнә. Ғаиләлә алты бала етем ҡала. Иң өлкәне, Хатмулла, колхозда эшләй.

Хәрби хеҙмәте

1943 йылдың ноябрендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. 1944 йылдың апреленән авгусына саҡлы ҡыҙылармеец Хатмулла Ғафаров Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында — II Белоруссия фронтының 3-сө бригадаһы 32-се уҡсылар полкы составында һуғыша.

1944 йылдың авгусынан 1946 йылдың мартына саҡлы Ворошиловград хәрби училищеһында уҡый. Запастағы капитан дәрәжәһендә демобилизациялана[2].

Һуғыштан һуң

Һуғыштан ҡайтыу менән Малаяҙ урмансылығына эшкә бара. Ситтән тороп Воронеж урман техникумында уҡый. 1955 йылда Максим Горький исемендәге Свердловск дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Аспирантурала уҡый, әммә тамамларға тура килмәй. Уҡытыусы булып эшләй. 60-сы йылдарҙа журналистикаға килә. 1971 йылда Салауат районының «Ленинское знамя» («Ленин байрағы») гәзитенең яуаплы сәркәтибе итеп тәғәйенләнә, артабан 16 йыл дауамында «Ленин байрағы» («На земле Салавата») гәзитенең редакторы була.

1987 йылда милли батырыбыҙ Салауат Юлаев музейы төҙөлөшөн етәкләй. 1991—1993 йылдарҙа Салауат Юлаев музейы директоры була. 1988 йылда Нәсибаш ауылы крайҙы өйрәнеүсеһе Б. Һ. Әхмәҙиев, тарих фәндәре канидаты Б. Ғ. Ғибаҙуллин менән авторлыҡта рус телендә «Легендар Салауат ерендә» тигән тарихи-документаль китап баҫтырып сығара.

Төп хеҙмәтенән тыш Хатмулла Абдулла улы йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә. 29 йәшенән сәләмәт тормош алып бара. 1948—1952 йылдарҙа милли көрәш буйынса бер нисә тапҡыр «Салауат районы батыры» исеменә лайыҡ була. 1952 йылда урта ауырлыҡтағы көрәшселәр араһында БАССР чемпионы була. 1971 йылдан 1991 йылға саҡлы көрәш буйынса бөтөн ярыштарҙың да судьяһлыҡ итә. Уның икенсе хоббийы — шахмат уйыны, быға ул күп кешене ылыҡтыра, республика ярыштарында Салауат районы шахматсылар командаһын етәкләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1977)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986)

Хәтер

Ғафаров Хатмулла Абдулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Салауат районының Малаяҙ һәм Башҡорт Илсекәйе ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Иҫкәрмәләр

  1. Салауат Юлаев музейы (рус.)
  2. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015, 28 с.; Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.), 272 с.
  3. РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004 ISBN 5-295-03394-5

Әҙәбиәт

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. — Уфа, 1988.
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  • Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)