Бәҙретдинов Һарун Ғилметдин улы

Бәҙретдинов Һарун Ғилметдин улы (19261997) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, өлкән сержант[1].

Тормош юлы

Һарун Ғилметдин улы Бәҙретдинов 1926 йылда Автономлы Башҡорт ССР-ы Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡҡол улусына ҡараған Илсекәй ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) Ғилметдин Бәҙретдинов һәм ҡатыны Ғәфиәнең күп балалы хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2].

Башланғыс белемде тыуған ауылында алғандан һуң, Тирмән ауылында етенсе класты тамамлай[3].

Хәрби хеҙмәте

Бәҙретдинов Һарун Ғилметдин улы 1943 йылдың 11 ноябрендә Малаяҙ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла. 32-се күнекмә полкы курсанты була, 1943 йылдан 1945 йылдың майына тиклем яңы килгән егеттәрҙе һуғыш алымдарына өйрәтә. 85, 122 миллиметрлы пушкалар, 152 мм-лы гаубица артиллерисы. 1945 йылдың майында уларҙың эшелоны Байкал күленә яҡынлашҡан саҡта Германияның капитуляцияһы тураһында хәбәр килеп етә. 1945 йылдың 9 авгусында япон милитаристарына ҡаршы ҙур һөжүмдә — Мулин һәм Мудадзянды алыуҙа ҡатнаша.

Тарихи белешмә

Тимер юл станцияһында ҡорал келәттәре булғанлыҡтан, командование ҡаланы штурмлауҙа артиллерияны ҡулланмаҫҡа ҡарар итә. Мәскәү дәүләт университетының хәрби дан бүлмәһе архивында һаҡланған Георгий Пастернак мемуарҙарында: «Артиллеристарҙан отряд ойошторолдо. Билдән батып, һаҙҙан шыуыштыҡ, позициябыҙ уңайһыҙ ине: дошман өҫтә, беҙ аҫта. Сағыштырмаса яҡынлашҡандан һуң, япондар автоматтан көслө ут асты. Винтовкалар менән ҡоралланған беҙҙе ергә һеңгән килеш ҡуйы үлән аша ут алып барырға мәжбүр итте. Бер төркөм яугирҙәрҙең кескәй таусыҡты (сопка) урап үтеп, ҡабырғанан һуғыуы мәсьәләне бер аҙ еңеләйтте. Япондарҙың 124-се пехота дивизияһы батальондары, камикадзе (үҙ-үҙен үлтереүселәр) төркөмдәре ҡалдырып, күперҙе шартлатты, Мулинхэ йылғаһы аръяғына, провинция баш ҡалаһы Муданьцзянға сигенде. Үҙен-үҙе миналаған 17-45 кешелек үлем төркөмдәре офицер командалығы аҫтында юл сатына ташлана, һуңғы патронына тиклем алыша, торған урынында даими рәүештә ҡала һәм аяғөҫтө баҫмай. Яраланһа йәки әсирлеккә эләгеү ҡурҡынысы янаһа, яҡыная барған дошманының мөмкин тиклем күберәк кешеһен ҡырыу маҡсатында, үҙен мина менән шартлата»[4].

Бәҙретдинов Һарун 1946 йылдан алып 1948 йылдың майына тиклем 246-сы уҡсылар полкының 52-се пулемёт артиллерияһы полкында отделение командиры, 1948 йылдан алып 1950 йылдың ноябренә тиклем 76 мм-лы пушкалар буйынса элемтә отделениеһы командиры була[5]. СССР Министрҙар Советының 1950 йылдың 28 ғинуар Ҡарары нигеҙендә Бәҙретдинов Һарун Ғилметдин улы 1950 йылдың 1 ноябрендә демобилизациялана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Ғаиләһе

Бәҙретдин олатаһының атаһы Ғәйнетдин Ҡорбанғәлиев XIX быуат башында күрше Урмансы ауылынан күсерелгән элекке указлы ахун Ҡорбанғәле Тимерәковтың улы. Уларҙың нәҫелен Илсекәйҙә Тимерәктәр тип йөрөтәләр. Атаһы Бәҙретдинов Ғилметдин Бәҙретдин улы (1891-?) 1931 йылдың 17 ғинуарында 58-10 һәм 58-11 статьялары буйынса сәйәси золом ҡорбаны исемен ала, 5 йылға иркенән мәхрүм ителеп, ауылдашы, шулай уҡ сәйәси золом ҡорбаны Көҫәпәев Фәхрислам Көҫәпәй улы менән, Аҡ диңгеҙ-Балтик диңгеҙе каналы (Беломорканал) төҙөлөшөндә эшләй. Хеҙмәт күрһәткестәре буйынса стахановсы исеменә лайыҡ булғанлыҡтан, тыуған ауылына хөкөм ителгән мөҙҙәтенән алдараҡ әйләнеп ҡайта. Ҡайғы-хәсрәт сәләмәтлеген ҡаҡшатҡанлыҡтан, ҡатыны Ғәфиә вафат була. Ғилметдин Фәхрисламдың ҡатыны Мәрхәбәгә өйләнә, тартып алынған өйөн юллап ала.

Тәүге ҡатыны Ғәфиәнән балалары: Миңдениса (1915-8.08.2002), Сания (1917—2004), Вәсил (1921—1942), Һарун (1926—1997).

Ғилметдин Бәҙретдиновтың ейәнсәре, Миңденисаның ҡыҙы Гөлнәфис Әхмәтйән ҡыҙы Әминева (1939—2012), Стәрлетамаҡ пединститутының физика-математика факультетын тамамлай[7]. Тормош иптәше Хәмитов Тельман Вәли улы (1934—2013) БДУ-ның биология факультетында белем алған[8]. Икеһе лә Салауат районы Лағыр урта мәктәбендә уҡытты.

Бәҙретдинов Һарун күрше Ҡарағол ауылы ҡыҙы Мәүзифа Хизбулла ҡыҙына өйләнә. Бәҙретдиновтарҙың биш ҡыҙы ла лайыҡлы белемгә эйә булды. Шәмсиә (1953) — табип-педиатр, Сәғҙиә (1955-?) — һатыусы, Ҡәмәриә — китапханасы, Вәлимә — Аграр университеттың иҡтисад факультетын тамамланы, Балаҡатай урман хужалығында дәрәжәле белгес, Әнүзә — иҡтисадсы, БДУ-ны тамамлаған[9].

Евгений Мөфтөй улының ҡатыны — Семинихина Любовь Григорьевнаға. 1952 йылда ҡыҙы Нина, 1953 йылда - ҡыҙы Тамара тыуа.

Нинаның ҡыҙы, ейәнсәре Гәрәйшина Римма Рәфҡәт ҡыҙы (1973), — башланғыс кластар уҡытыусыһы, тиҫтә йылдан ашыу Мөрсәлим урта мәктәбе директоры вазифаһын башҡарҙыӨҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; исемһеҙ төшөрмәнең эстәлеге булырға тейеш..

Хәтер

Бәҙретдинов Һарун Ғилметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[10] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
  • Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  • ЦАМО Юбилейная картотека награждений: шкаф 2, ящик 24
  • ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005462

Иҫкәрмәләр

  1. Память народа. Списки призыва и демобилизации. Бадретдинов Харун Гильмутдинович. 24.11.1943
  2. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  3. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  4. Бессмертный полк России. Битва за Мулин
  5. Память народа. Списки призыва и демобилизации. Бадретдинов Харун Гильметдинович. 11.11.1943
  6. Награждение. Бадретдинов Харун Гильмутдинович. 6.04.1985
  7. Педагоги Салаватского района Республики Башкортостан: биографический справочник.-Уфа: Акирус, 2024. с.30-31 Аминева Гульнафис Ахметьяновна ISBN 978-5-6044379-3-0
  8. Педагоги Салаватского района Республики Башкортостан: биографический справочник.-Уфа: Акирус, 2024. с.254-255 Хамитов Тельман Валиевич ISBN 978-5-6044379-3-0
  9. Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
  10. РГБ: Они вернулись с победой. Салаватский район, т. 9, 2004, с. 657 ISBN 5-295-03394-5