Бәҙретдинов Вәсил Ғилметдин улы
Бәҙретдинов Вәсил Ғилметдин улы (1921-12.08.1942) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, ҡыҙылармеец, 1-се гвардия кавалерия дивизияһының 5-се гвардия кавалерия полкы рядовойы, сапёр[1].
Тормош юлы
Вәсил Ғилметдин улы Бәҙретдинов 1921 йылда Автономлы Башҡорт АССР-ы Мәсәғүт кантоны Ҡалмаҡҡол улусының Илсекәй (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Тыуған ауылындағы Башташ мәктәбендә башланғыс белем ала. Тирмән ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
Хәрби юлы
Вәсил Ғилметдин улы Бәҙретдиновты 1940 йылда Малаяҙ районы хәрби комиссариаты Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда, ҡыҙылармеец Бәҙретдинов әрме хеҙмәтен тамамламаған була. 1-се гвардия кавалерия дивизияһының 5-се гвардия полкы составында алыштарҙа ҡатнаша.
- Тарихи белешмә
1-се кавалерия дивизияһы СССР Оборона Халыҡ Комиссарының 1941 йылдың 26 ноябрендәге 342-се бойороғо нигеҙендә 1941 йылдың 26 ноябрендә «Гвардия» Почётлы исеменә лайыҡ була. Дивизия частарына яңы нумерация 1942 йылдың 10 февралендә бирелә. Кутузов орденлы 5-се гвардия Таман Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия полкы — 1-се гвардия кавалерия дивизияһы подразделениеларының береһе.
Вәсил Ғилметдин улы, «немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәш фронтында Командованиеның хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн», 1942 йылдың 11 авгусында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Бәҙретдинов полкта иң яҡшы сапёрҙарҙың береһе булып тора. Дисциплиналылығы һәм ҡыйыулығы уға һәр ваҡыт иң яуаплы махсус заданиеларҙы үтәүҙә ярҙам итә. Мәҫәлән, 1942 йылдың 25 апрелендә иптәш Бәҙретдинов бер төркөм иптәштәре менән Издешково районындағы[2] тимер юл полотноһын шартлата, һәм дошман хәрби поезы һәләкәткә юлыға. Бурыс бик шәп үтәлә — хәрби поезд суйын юл рельстарынан тайпыла һәм шартлай. Икенсе тапҡыр иптәш Бәҙретдинов Сафоновҡа алып барған шоссены шартлата. Немец пехотаһы тейәлгән машина һауаға оса. Варшава шоссеһын штурмлау ваҡытында ла иптәш Бәҙретдинов иң алда барҙы, һәм беҙҙең частарҙың үтеү мөмкинлеген тәьмин итте. Көнбайыш фронт Хәрби Советының 1942 йылдың 11 авгусындағы 0888-се бойороғо. Генерал-майор А. РумянцевОригинал текст (рус.)Бадретдинов является одним из лучших сапёров в полку. Его дисциплинированность и смелость всегда помогали ему выполнять самые ответственные специальные задания. Так, 25.04.1942 г. тов. Бадретдинов с группой товарищей отправились в район Издешково — в тылу у противника подорвать полотно железной дороги и пустить под откос воинский эшелон. Задача была выполнена блестяще — воинский поезд был пущен под откос и взорван. Во второй раз тов. Бадретдинов подорвал шоссе, идущее на Сафоново. На воздух взлетела машина с немецкой пехотой. Во время штурма Варшавского шоссе тов. Бадретдинов сражался в числе первых и прикрывал проход наших частей. Приказ № 0888 от 11 августа 1942 г. Военного Совета Западного фронта. Генерал-майор А. Румянцев[3]
1942 йылдың 12 авгусында хәбәрһеҙ юғала[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (11.08.1942)[5][6]
Ғаиләһе
Атаһы Бәҙретдинов Ғилметдин Бәҙретдин улы (1891-?) 1931 йылдың 17 ғинуарында 58-10 һәм 58-11 статьялары буйынса сәйәси золом ҡорбаны исемен ала, 5 йылға иркенән мәхрүм ителеп, ауылдашы, шулай уҡ сәйәси золом ҡорбаны Көҫәпәев Фәхрислам Көҫәпәй улы менән, Аҡ диңгеҙ-Балтик диңгеҙе каналы (Беломорканал) төҙөлөшөндә эшләй. Тыуған ауылына иҫән әйләнеп ҡайта, Фәхрисламдың ҡатыны Мәрхәбәгә өйләнә, тартып алынған өйөн юллап ала.
Тәүге ҡатыны Ғәфиәнән балалары: Миңдениса (1915-8.08.2002), Сания (1917-2004), Вәсил (1921-1942), Һарун (1926-1997).
Миңденисаның ҡыҙы Гөлнәфис Әхмәтйән ҡыҙы Әминева (1939-2012) Стәрлетамаҡ пединститутының физика-математика факультетын тамамлай[7]. Тормош иптәше Хәмитов Тельман Вәли улы (1934-2013) БДУ-ның биология факультетын тамамлай[8]. Икеһе лә Салауат районы Лағыр урта мәктәбендә уҡытты.
Бәҙретдинов Һарундың ҡыҙҙары ла лайыҡлы белем алды. Шәмсиә - табип-педиатр, Сәғҙиә - һатыусы, Ҡәмәриә - китапханасы, Вәлимә - урман белгесе, Әнүзә - иҡтисадсы.
Икенсе ҡатыны Мәрхәбәнән дүрт балаһы тыуа. Ғәлиә, Мотаһар (1938-?), Ғәлимә, Әнүәр. Ғәлиәнең ҡыҙы Гүзәлиә Әпҡәҙир ҡыҙы Ғәлимова Өфө фән һәм технологиялар университетының иҡтисад фәндәре кандидаты, иҡтисад факультеты уҡытыусыһы. [9].
Хәтер
Бәҙретдинов Вәсил Ғилметдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[10] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Сығанаҡтар
- ЦАМО Фонд: 33 Опись: 682524 Дело: 346
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
Һылтанмалар
- тлу у протвника /heroes/person-hero124461386/?backurl=%2Fheroes%2F%3Fadv_search%3Dy%26last_name%3DБадретдинов%26first_name%3DВасиль%26middle_name%3DГильметдинович%26date_birth_from%3D1921%26static_hash%3D1b8af1ecda6a05edb5615e386d8d4038b3573f3600cdbc1aa8742bd494516397v9%26group%3Dall%26types%3Dpamyat_commander%3Anagrady_nagrad_doc%3Anagrady_uchet_kartoteka%3Anagrady_ubilein_kartoteka%3Apdv_kart_in%3Apdv_kart_in_inostranec%3Apamyat_voenkomat%3Apotery_vpp%3Apamyat_zsp_parts%3Akld_ran%3Akld_bolezn%3Akld_card%3Akld_upk%3Akld_vmf%3Akld_partizan%3Apotery_doneseniya_o_poteryah%3Apotery_gospitali%3Apotery_utochenie_poter%3Apotery_spiski_zahoroneniy%3Apotery_voennoplen%3Apotery_iskluchenie_iz_spiskov%3Apotery_kartoteki%3Apotery_rvk_extra%3Apotery_isp_extra%3Asame_doroga%3Asame_rvk%3Asame_guk%3Apotery_knigi_pamyati%26page%3D1%26grouppersons%3D1& Память народа. Бадретдинов Васил Гильмутдинович
- Память народа. Бадретдинов Васил Гильмутдинович. Документ, уточняющий потери
- Память народа. Бадритдинов Василь Гельметдинович. Орден Красной Звезды
- «Военная Литература» Мемуары. Часть вторая. Через Варшавское шоссе
- «Враги сожгли родную хату». К 80-летию освобождения от фашистов Смоленской области. с. Издешково
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Бадретдинов Васил Гильмутдинович
- ↑ «Враги сожгли родную хату». К 80-летию освобождения от фашистов Смоленской области. с. Издешково
- ↑ Память народа. Бадритдинов Василь Гельметдинович. Орден Красной Звезды
- ↑ Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.15 ISBN 5-295-02200-5
- ↑ Память народа. Бадритдинов Василь Гельметдинович. Орден Красной Звезды
- ↑ ЦАМО Фонд: 33 Опись: 682524 Дело: 346
- ↑ Педагоги Салаватского района Республики Башкортостан: биографический справочник.-Уфа:Акирус, 2024. с.30-31 Аминева Гульнафис Ахметьяновна ISBN 978-5-6044379-3-0
- ↑ Педагоги Салаватского района Республики Башкортостан: биографический справочник.-Уфа:Акирус, 2024. с.254-255 Хамитов Тельман Валиевич ISBN 978-5-6044379-3-0
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.15 ISBN 5-295-02200-5
«Үлемһеҙ полк» проекты |