Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы
Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы (1904-9.01.1943) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, разведка ротаһы командиры[1].
Тормош юлы
Абдулла Әмерғәзе улы Ғафаров 1904 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына ҡараған Илсекәй ауылында (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы Башҡорт Илсекәйе) Ғафаров Әмерғәзенең күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылы мәҙрәсәһендә ала.
Октябрь революцияһы тиҫтере булараҡ, партия һәм совет эшендә әүҙем ҡатнаша. Ҡалмаҡҡол ауыл советы рәйесе, 1934 йылда булдырылған «Башташ» колхозы рәйесе була[2]. Бронь бирелһә лә, үҙе теләп һуғышҡа китә.
Хәрби хеҙмәте
Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы Мәсәғүт район хәрби комиссариатында 1942 йылдың 2 майында ирекле рәүештә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына яҙылырға әҙерлеген белдерә[3][4]
- Тарихи белешмә
1-се гвардия механизацияланған бригаданың хәрәкәт итеүсе армияға инеү осорҙары: 1942 йылдың 15 ноябре — 1943 йылдың 15 ноябре, 1944 йылдың 31 декабре — 1945 йылдың 9 майы.
1-се гвардия механизацияланған бригадаһының хәрби юлы 1942 йылдың 17 декабрендә ныҡ нығытылған Астахов-Белавин районын йырып сығыу һәм сигенгән дошманды эҙәрлекләүҙән башлана. 19 декабрҙә 1-се гвардия механизацияланған бригада дошман үҙенең терәк пункттарын ойошторған Кружилин, Үрге һәм Түбәнге Груши утарҙарын яулай, 300 немецты әсирлеккә ала һәм күп һанлы улъяға эйә була.
Ғафаров Абдулла Көньяҡ-Көнбайыш фронты составындағы 1-се гвардия армияһы 1-се гвардия механизацияланған корпусы полковник Червяков Фёдор Васильевич командалыҡ иткән 1-се гвардия механизацияланған бригадаһында разведка ротаһы командиры була. 1943 йылдың ғинуар башында разведчиктары менән сираттағы заданиенан ҡайтып килгәндә, сатраш (перекрёстный) утҡа юлығып, ҡаты яралана.
1943 йылдың 9 ғинуарында 1-се гвардия механизацияланған корпусы медик-санитар батальоны госпиталендә артҡы бот һөйәге һәм ҡорһағына тейгән пуля яраһынан һәләк була. Тәүҙә Ростов өлкәһе Сулим утарында, һуңғараҡ Дондағы Ростов ҡалаһында ерләнә[5].
Ғаиләһе
Абдулланың атаһы Әмерғәзе Ғафаров — Оло Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы Тәүеш нәҫеле ир-егете, әсәһе — Мәрхәбә, Ҡыр-Көҙәй ырыуына ҡараған Яхъя ауылы Төкән нәҫеле ҡыҙы.
Абдулланың апаһы Мәстүрә (1895-1962), энеһе Арыҫлан (1907-1997), һеңлеләре Әсҡәпъямал, Мәхүпъямал.
Абдулла күрше Лаҡлы ауылынан Закир ҡыҙы Мөнирәгә өйләнә. Балалары: Хатмулла (1925-2014), Раил (1928-?), Динә (), Ратмир (), Макс (), Румия (1942-?)[6].
Хәтер
Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[7][8] һәм БР-ҙың Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Сығанаҡтар
- Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. -Уфа:АКИРУС ЦЭКИТ, 2024. -800с., ил., КОЛХОЗ имени XXI партсъезда, с. 313 (колхоз "Башташ", председатель - Гафаров Абдулла Амиргазеевич)
- Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- Источник информации: ЦАМО Фонд: 58 Опись: 18001 Дело: 1278
- Источник информации: ВК Республики Башкортостан Фонд: Отдел ВК по Дуванскому, Мечетлинскому и Салаватскому р-нам Республики Башкортостан Дело: 11005461
Һылтанмалар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Печатная Книга Памяти (Дуванский район). ГАФАРОВ Абдулла Амиргазович
- ↑ Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. -Уфа:АКИРУС ЦЭКИТ, 2024. -800с., ил., КОЛХОЗ имени XXI партсъезда, с. 313 (колхоз "Башташ", председатель - Гафаров Абдулла Амиргазеевич)
- ↑ Память народа. Гафаров Абдулла Амиргазич 2.05.1942
- ↑ Ахмадиев Б. Х., Гафаров Х. А., Гибадуллин В. Г. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- ↑ Память народа. Донесение о безвозвратных потерях. ГАФАРОВ Абдулла Амиргазович
- ↑ Фассахов А. Ф., Абдуллина М. Ф. Воины-односельчане (к 70-летию Победы), «Дизайн», 2015
- ↑ Книга «Память» (погибшие) Салаватский район — 1999. — 478, [2] с.29 ISBN 5-295-02200-5
- ↑ [Память народа. Печатная Книга Памяти (Дуванский район). ГАФАРОВ Абдулла Амиргазович, с. 20 в Печатной Книге Памяти
«Үлемһеҙ полк» проекты |