Ғафаров Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы
Ғафаров Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы - 1907 - 1970, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, пулемётсы, I төркөм һуғыш инвалиды[1].
Тормош юлы
Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы Ғафаров 1907 йылда Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусына (хәҙер — Салауат районы Мөрсәлим ауыл биләмәһе Башҡорт Илсекәйе) ҡараған Илсекәй ауылында Ғафаров Ғәбделнафиҡтың күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Илсекәй ауылында башланғыс белем алған.
Хәрби хеҙмәткә алыныр алдынан «Башташ» колхозында эшләй.
Һуғыш инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, Илсекәйгә әйләнеп ҡайтҡас, Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы, Төхвәтуллин Сәмиғулланан ҡабул итеп, 1943 йылдың 5 авгусынан 1945 йылдың 22 апреленә тиклем, «Башташ» колхозының рәйесе була.
Хәрби хеҙмәте
1942 йылдың 8 февралендә Малаяҙ район комиссариаты тарафынан Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафтарына саҡырыла.
771-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Башта пулемётсы була. 1942 йылдың 24 июлендә, ҡаты яраланыу сәбәпле, 214-се хәрби-ялан госпиталенә эләгә.
1942 йылдың 1 сентябренән улъя йәғни ғәнимәт командаһына тәғәйенләнә.
1942 йылдың 9 декабрендә дивизион комиссияһы тарафынан сәләмәтлек торошо яңынан ҡаралған һәм стройҙан тыш хеҙмәткә генә яраҡлы тип табыла.
1943 йылдың 2 февралендә, беләге үтәнә-үтә яраланыуы арҡаһында, беләк һәм ашыҡ һөйәктәре һына, шул сәбәпле, уң ҡул суғының һәм бармаҡтарының хәрәкәтләнеүе бик сикле була[2].
Тәрән тылға, Украина һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған Төмән ҡалаһының 3352-се эвакогоспиталенә оҙатыла. Был госпиталдә Ғәбдрәшит 1943 йылдың 25 майынан 15 июленә саҡлы дауалана. Раҫлаусы документ - дауалау учреждениеһы начальнигы ҡултамға ҡуйған 1-1207-се һанлы справка[3].
Ғаиләһе
Ғафаров Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы Оло Табын ҡәбиләһе Ҡыуаҡан тармағына ҡараған Түбәләҫ ырыуы Илсекәй ауылының Тәүеш нәҫеленә ҡарай. Бер туған ағаһы Әбдрафиҡтың улы Ғафаров Халиҡ та, 19 йәшендә һыңар аяғын ҡалдырып, инвалид булып ҡайта. Туғаны Ғафаров Абдулла Әмерғәзе улы Тыуған ил өсөн башын һала.
Ғәбдрәшит күрше Ҡалмаҡҡол ауылы ҡыҙы Мәғрифәгә өйләнә. Һуғыш алдынан тәүге улы Нәбит (1939) тыуа. Һуғыштан һуң Сания (), Асия (1947) һәм Камил (1953) исемле балалары донъя күрә.
Икенсе ҡатыны Хәйрислам ҡыҙы Сафуранан Нәсибулла (1949-1989) менән Камила (1952-2004) исемле балалары тыуа[4].
Һуғыш инвалиды
СССР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының 336-сы Сирҙәр теҙмәһенә ярашлы, табип комиссияһы тарафынан 43-сө статья нигеҙендә Ғәбдрәшитте строевой хеҙмәткә яраҡһыҙ 1-се төркөм инвалиды тип таныла.
Шундай таныҡлыҡ-справка менән Ғафаров Ғәбдрәшит Салауат районы хәрби комиссариатына ҡайтарыла[5].
Әҙәбиәт
- А.Ф. Фассахов, М.Ф. Абдуллина. Воины-односельчане. 2015 г. "Дизайн", 12 с.
Сығанаҡтар
- ЦАМО Фонд: 7427 Опись: 380869с Дело: 2
- Информатор - Ғафаров Ғәбдрәшиттең ҡыҙы Закирйәнова Асия Ғәбдрәшит ҡыҙы (1947 йылғы), Салауат районы Башҡорт Илсекәйе ауылында йәшәй. Яҙып алды: Абдуллина Миңһылыу Фәйзрахман ҡыҙы (2008 й.)
Һылтанмалар
- Память народа. Именной список части. Гафаров Абдрашит
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Гафаров Абдрашит Наф.
- Память народа. Списки призыва и демобилизации. Гафаров Абдрашит Нафикович
- Приказ Народного комиссара обороны № 336 от24.10. 1942 г. 2020 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
- Как найти Расписание болезней НКО СССР № 336 от 1942 г.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Память народа. Списки призыва и демобилизации. Гафаров Абдрашит Нафикович
- ↑ ЦАМО Фонд: 7427 Опись: 380869с Дело: 2
- ↑ Приказ Народного комиссара обороны № 336 от24.10. 1942 г. 2020 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ А.Ф. Фассахов, М.Ф. Абдуллина. Воины-односельчане. 2015 г. "Дизайн", 12 с.
- ↑ Как найти Расписание болезней НКО СССР № 336 от 1942 г.
«Үлемһеҙ полк» проекты |