На земле Салавата (гәзит)
«На земле Салавата» — Салауат районының урыҫ телендә сыҡҡан ижтимағи-сәйәси гәзите.
Ойоштороусылары
Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто.
Тарихы
Салауат районының үҙәге Малаяҙҙа аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ телендә сыға. 1935 йылда Малаяҙ районы ойошторолғас, май айынан башҡорт телендә «Большевистик колхозға» гәзите сыға башлай. 1936 йылдан алып урыҫ телендә «Совхозный рабочий» («Совхоз эшсеһе»; 1939 йылға тиклем); 1941 йылдан — башҡорт телендә «Большевик», 1953 йылдан — «Октябрь юлы» исеме менән нәшер ителә; 1959 йылдан урыҫ телендә «Путь Октября» («Октябрь юлы») исеме менән яңынан нәшер ителә башлай, 1962 йылдан алып — урыҫ телендә «Ленинское знамя» һәм башҡорт телендә «Ленин байрағы».
1991 йылдан исеме «На земле Салавата» итеп үҙгәртелә һәм 1996 йылға тиклем башҡорт телендә туранан-тура тәржемә булған «Салауат ерендә» гәзите менән бергә урыҫ телендә нәшер ителә. «Салауат ерендә» гәзите башҡорт телендәге үҙ аллы «Йүрүҙән» исемле гәзиткә әйләнгәндән һуң, «На земле Салавата» урыҫ телендә нәшер ителеүсе үҙ аллы баҫма булып ҡала.
Проекттары
Ҡаҙаныштары
• «Рәсәйҙең иҡтисади яңырыуы» бөтә Рәсәй журналистар конкурсыныңтөбәк этабында 1-се урын (2010)
• Киң мәғлүмәт сараларында дәүләт йәштәр сәйәсәтен иң яҡшы яҡтыртыубуйныса республика конкурсында 3-сө, 2-се урын (2010, 2011)
• Киң мәғлүмәт сараларында Республика йылын иң яҡшы яҡтыртыу буйынса 3-сө урын(2011)
• Сифат мәсьәләләрен иң яҡшы яҡтыртыу буйынса 3-сө урын (2011)
• «Матбуғаттың алтын фонды» отличие билдәһе (2012—2014)
Баш мөхәррирҙәре
- Ғ. И. Әминев (1935 йылдан)
- Й. Ғәлин (1937—1942)
- Ш. Ш. Хәйруллин (191 йылдан)
- Я. Н. Вәлиев (1946—1948)
- Ю. М. Әхмәҙиев (1952—1953)
- И. С. Равилов (1956—1959)
- Ғафаров Хатмулла Абдулла улы — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.(1966 йылдан)
- Д. А. Хатымов (1991 йылдан)
- И. М. Әхмәтйәнов (1987—1991, 2005 йылдан)
- Н. С. Низаметдинов (2016 йылдан)
- Р. Х. Әбдрәшитов (1996 йылдан һәм 2019 йылдан).
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- На земле Салавата (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / Галеева К. К.. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 453—454. — 800 с. — ISBN 978-5-6049550-1-6.