Әбдрәшитов Ринат Хатмулла улы

Ринат Хатмулла улы Әбдрәшитов (рус. Абдрашитов Ринат Хатмуллович; 1958 йылдың 27 июле, Ҡаратаулы, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат районы муниципаль район советы рәйесе (2012 йылдан). Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар берлеге ағзаһы (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2023). «На земле Салавата» редакция-нәшриәт комплексы директоры (1996 йылдан). «Башҡортостан Республикаһы» нәшириәт йорто филиалы — Салауат районы мәғлүмәт үҙәгенең директоры-баш мөхәррире (2019 йылдан).

Биографияһы

Ринат Хатмулла улы Әбдрәшитов 1958 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ҡаратаулы ауылында тыуа.

Белеме

1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Хеҙмәт эшмәкәрлеген БДПУ-ны тамамлап ҡайтҡандан һуң Малаяҙ урта мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып башлай.

1989—1990 йылдарҙа халыҡ контроле район комитеты рәйесе урынбаҫары була. 1990—1991 йылдарҙа — Салауат ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе. 1991—1992 йылдарҙа район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй. 1992 −1996 йылдарҙа — Салауат районының дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, 113-сө СПТУ директоры. 1996 −2005 йылдарҙа — «На земле Салавата» редакция-нәшриәт комплексы директоры. 2005—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль районының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары.

2009 йылдан — «Россельхозбанк» төбәк филиалының Мәсәғүт ауылындағы өҫтәмә офисы идарасыһы урынбаҫары. 2012 йылдан — «Янғантау» шифаханаһы директорының ойоштороу һәм кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары, Салауат районы советы рәйесе[1]. 2019 йылдан «Башҡортостан Республикаһы» нәшириәт йорто филиалы — Салауат районы мәғлүмәт үҙәгенең директоры-баш мөхәррире булып эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2023)[2]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015)
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2015)

Һылтанмалар

  • Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан. / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 16. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.
  • Абдрашитов Ринат Хатмуллович