Әбдрәшитов

Әбдрәшитов — башҡорт һәм татар фамилияһы. Мәғәнәһә ғәр. ‎ Рәшитов — тура юлдан ба­рыусы; батыр, ҡыйыу, зирәк кеше тигәнде аңлата[1]

  • Әбдрәшитов Рәил Абдулла улы (5 декабрь 1938 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре.
  • Әбдрәшитов Йәғәфәр Мөхәрәм улы (1949 т.) — инженер-техник, техник фәндәр докторы.
  • Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы (1954 т.) — хирург, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1992)
  • Әбдрәшитов Ринат Хатмулла улы (27.07.1958) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат районы муниципаль район советы рәйесе (2012 йылдан). Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар берлеге ағзаһы (1998), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2023). «На земле Салавата» редакция-нәшриәт комплексы директоры (1996 йылдан). «Башҡортостан Республикаһы» нәшириәт йорто филиалы — Салауат районы мәғлүмәт үҙәгенең директоры-баш мөхәррире (2019 йылдан).

Иҫкәрмәләр

  1. Төпәев С. X. Башҡорт фамилиялары. — Өфө: Китап, 2008. — 512 бит. ISBN 978-5-295-04594-3