Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы
Хәмзә Зәки улы Әбдрәшитов (рус. Абдрашитов, Хамза Закиевич; 1954 йылдың 5 июне, Фёдоровка районы, Башҡорт АССР-ы) — хирург-табип-ғалим, уйлап табыусы. 2002 йылдан Республика кардиология диспансерының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы; 2010 йылдан Ишембайҙағы «Иҙел Нефтемаш» дауалау‑һауыҡтырыу үҙәге директоры. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991).
Биографияһы
Хәмзә Зәки улы Әбдрәшитов 1954 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Ҡораласыҡ ауылында тыуған. 1978 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлай (1978), 1996 йылда кандидатлыҡ, 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Фәнни тикшеренеүҙәре ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яра ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, анастомоз зоналарында ҡан микроциркуляцияһын өйрәнеүгә (ашҡаҙан-эсәк соустье) арналған. Мини-лапаротомия ысулдарын дауалау практикаһына индереү инициаторҙарының береһе.
1978 йылдан — Ишембай ҡалаһындағы «Ишембайнефть» нефть-газ сығарыу идаралығының медицина-санитария бүлегендә хирург, травматолог. 1984 йылдан — Ишембай үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире. 1986 йылдан — Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының баш табибы.
1997 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы.
1999 йылдан — Республика клиник дауаханаһы баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары. 2001 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының госпиталь хирургияһы кафедраһы профессоры, 2002 йылдан — республика кардиология диспансерының баш табибы, бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта.
Ишембай ҡалаһында эшләү дәүерендә уның туранан-тура ҡатнашлығында ИЗТМ (Ишембай транспорт машиналары эшләү заводы) медицина-санитар бүлеге, дауалау-физкультура диспансеры төҙөлә, берләштерелгән балалар дауаханаһының филиалы, психо-неврологик диспансер асыла[1].
Республика кардиология диспансерында баш табип булып эшләгәнендә республика өсөн уникаль операциялар эшләй[2]. 2002—2005 йылдарҙа республика кардиология диспансерында медицина фәндәре докторы Әбдрәшитов Хәмзә Зәки улы етәкселегендә матди-техник база, диагностик һәм дауалау-профилактика хеҙмәте артабан үҫеш ала[3]
Библиография
110-дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы. Шул иҫәптән:
- «Дифференциальная диагностика и лечение острого живота» (2001 й.), «Лекции по общей хирургии» (2001 й.), «Очерки сердечно-сосудистой хирургии» (2002 й.) фәнни баҫмаларҙың авторҙашы.
- Новые хирургические технологии в лечении язвенной болезни и двенадцатиперстной кишки и постгастрорезекционных синдромов [Текст]: дис автореферат. … мед. фәндәре докторы: 14.00.27 / Әбдрәшитов З. Х. — Өфө, 2000. — 27 б.
- Компрессионный гастродуоденоанастомоз при резекции желудка [текст]: диссертация … медицина фәндәре кандидаты / Әбдрәшитов З. Х. — Өфө, 1996. — С. 105 — Библиогр.: с 84-105.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абдрашитов Хамза Закиевич//Научная мысль. Родом из Ишимбая: Сборник /сост. Г. Вахитова.- Ишимбай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С.5.
- ↑ Башкирские врачи провели уникальную операцию на сердце новорожденной девочке весом чуть более килограмма — Новости России — ИА REGNUM 2014 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Официальный сайт ГБУЗ Республиканский кардиологический центр — Адрес: 450106, г. Уфа, ул. Ст. Кувыкина, 96. e-mail: ufa.rkc@doctorrb.ru
Әҙәбиәт
- Абдрашитов Хамза Закиевич//Научная мысль. Родом из Ишимбая: Сборник /сост. Г. Вахитова.- Ишимбай: МБУК ЦБС ИКБ, 2014.-44с. С.5.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ӘБДРӘШИТОВ Хәмзә Зәки улы
- Указ Президиума ВС РБ от 16.06.1992 № 6-2/286 «О ПРИСВОЕНИИ ПОЧЕТНОГО ЗВАНИЯ „ЗАСЛУЖЕННЫЙ ВРАЧ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН“ РАБОТНИКАМ ЗДРАВООХРАНЕНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН»