Рәми Ғарипов миҙалы
Рәми Ғарипов миҙалы (рус. Медаль Рами Гарипова — Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы наградаһы.
Тарихы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исеме менән аталған миҙал әҙиптең сираттағы тыуған көнө алдынан — 2026 йылдың 11 февралендә республика Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән булдырыла[1].
Статуты
Ҡабул ителгән положениела билдәләнеүенсә, миҙал «Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөш өсөн» тапшырыласаҡ. Награда шағир һәм яҙыусыларға ғына түгел, сәхнә оҫталарына, Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, шулай уҡ милли әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индергән сит ил граждандарына ла биреләсәк.
Һәр миҙалдың үҙ шәхсән номеры бар[1].
Миҙал менән бүләкләүҙәр
Беренсе бүләкләү
- Артур Кәбиров, Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры — халыҡ шағиры Рәми Ғарипов мираҫын популярлаштырғаны өсөн (2026 йылдың 20 апреле)[2].
Икенсе бүләкләү
2026 йылдың 12 майында Башҡортостан Яҙыусылар союзында Рәми Ғарипов миҙалы менән бүләкләү тантанаһы була. Награда республика мәҙәниәтен, әҙәбиәтен һәм сәнғәтен байытҡан иң күренекле ижади шәхестәргә тапшырыла[3]. Миҙалды алыусылар:
- Ҡәҙим Аралбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры;
- Тамара Ғәниева, Башҡортостандың халыҡ шағиры;
- Хәсән Назар, Башҡортостандың халыҡ шағиры;
- Гөлфиә Юнысова, Башҡортостандың халыҡ шағиры;
- Михаил Чванов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы;
- Дилә Булгакова, шағир;
- Булат Йосопов, кинорежиссёр;
- Гөлфирә Абдуллина, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы һәм шәрҡиәт факультеты деканы;
- Ләйлә Хөсәйенова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы;
- Луиза Хәйретдинова, Салауат районы Арҡауыл ауылындағы Рәми Ғарипов музейы директоры[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Лейла Аралбаева. В Башкирии учреждена награда имени Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (11 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе впервые вручили медаль Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (21 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026. (рус.)
- ↑ 1 2 Лейла Аралбаева. В Уфе вручили первые медали Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (12 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026. (рус.)