Йосопов Булат Тимербай улы
Булат Тимербай улы Йосопов (рус. Юсу́пов Була́т Тимерба́евич; 1973 йылдың 15 сентябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй режиссёры, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Кинематографсылар союзы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы кинорежиссёрҙар Гильдияһы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (2020
Биографияһы
1973 йылдың 15 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография университетының (Всероссийский государственный университет кинематографии имени С. А. Герасимова) режиссёр факультетын тамамлаған[1].
С. А. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография университетын Владимир Наумов оҫтаханаһында «кинематография» һөнәре буйынса тамамлай. Режиссёрҙың диплом эше булып «Стеклянный пассажир» нәфис ҡыҫҡа метражлы фильмы тора[2].
2009 йылда үҙенең кино мәктәбен аса[1].
2020 йылдың октябрендә Булат Йосопов «Беренсе Республика» («Беренсе Республика») тулы метражлы нәфис фильмы өсөн Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә[2].
Ижады
1994—2004 йылдарҙа «Башҡортостан» киностудияһында эшләй. Эшләгән осоронда өс тулы метражлы фильм төшөрә («Ауыл өҫтөндәге йәйғор» (1999), «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» (2001), «Оҙон оҙон бала саҡ» (2004 2004 йылда Vista Vision студияһына нигеҙ һала, унда ике күп сериялы фильм («Медведь» (2006), «Тайна Аракима»(2000) һәм бер ҡыҫҡа метражлы фильм («Дурь» (2007) төшөрә. «Айыу» сериалы федераль телевидение эфирында ТВЦ һәм НТВ телеканалдарында күрһәтелә.
2014 йылда продюсер Леонид Филинов менән берлектә «Йәнле Таҫма» кинокомпанияһына нигеҙ һала, уның базаһында бер нисә тулы метражлы фильм төшөрә («Прорыв» документаль фильм, «Наган» нәфис фильм, «Бабич» нәфис фильм, «Беренсе Республика» нәфис фильм, «Шағир көндәлеге» нәфис фильм
2022 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған һәм «Беренсе Республика» тарихи трилогияһын тамамлаған «Шағир көндәлеге» фильмын тамамлай[3][4].
2024—2026 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҫмерҙәрҙең батырлығына арналған «Фәрзәнә көнбайышҡа бара» хәрби-тарихи фильмы өҫтөндә эшләй[5][6].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
2009 йылда Өфө ҡалаһының Йәмәғәт фонды ярҙамында «Киномәктәп» проектын төҙөй, унда уҡытыу автор методикаһы буйынса алып барыла. Киномәктәп сиктәрендә һәүәҫкәр режиссерҙар 260-тан ашыу фильм төшөргән. Булат Йосоповтың кино мәктәбе бер нисә мөһим проект ойоштора, улар федераль кимәлдә лә тормошҡа ашырыла:
- 2010 йыл Беренсе асыҡ кинофестиваль Кинозрение;
- 2012 Йыл Киномарафон Халыҡ киноһы һәм Икенсе асыҡ кинофестиваль Кинозрение: һәүәҫкәр режиссерҙар төшөргән 50 фильм;
- 2019 йыл Беренсе халыҡ-ара кинофорум Ер Һүҙе: һәүәҫкәр режиссерҙар төшөргән 15 фильм;
- 2020—2021 йыл Халыҡ-ара цифрлы белем биреү кинопроекты «Слово Земли / Онлайн 2.0»: һәүәҫкәр режиссерҙар төшөргән 35 фильм;
- 2022 йыл Төбәк-ара цифрлы белем биреү кинопроекты «Слово Земли / Онлайн 2.0» 2.0: һәүәҫкәр режиссерҙар төшөргән 47 фильм.
Фильмографияһы
- 2018 — Беренсе Республика (Первая Республика)
- 2017 — Бабич
- 2016 — Наган
- 2013 — Визит
- 2011 — 13 раунд
- 2006 — Арҡайым сере
- 2005 — Айыу (мини-сериал)
- 2003 — Оҙон-оҙаҡ бала саҡ
- 2002 — Сөмбөлдөң етенсе йәйе[7]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы (1996);
- Башҡортостан Республикаһы Президенты гранты (Фильм «Визит»)(2013);
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты (фильм «Бабич») (2016);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2016);
- Башҡортостан Республикаһының почет грамотаһы (2019);
- Салауат Юлаев исемендәге примя (2020);
- «Свой путь» халыҡ — ара кинофестиваленең төп призы (фильм «Шағир көндәлеге») (2023)[4];
- XXV Бөтә рәсәй Шукшин кинофестивалендә иң яҡшы режиссер эше өсөн Приз (фильм «Шағир көндәлеге») (2023)[5];
- XVI чебоксар халыҡ — ара кинофестивале жюрийының махсус призы (фильм «Шағир көндәлеге») (2023)[5];
- ТОП 30 премияһы. Өфөнөң иң билдәле кешеләре Кино "номинацияһында (2024)[8];
- * Рәми Ғарипов миҙалы (2026)[9].
Ғаиләһе
- Атаһы — Тимер Йосопов (1938—2016), Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003). Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).
- Ҡатыны — Рушанна Бабич (1975), Рәсәй артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2015) һәм атҡаҙанған (2009) артисы.
- Улы - Дауыт[10].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Булат Юсупов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Башкирский кинорежиссёр удостоен высшей государственной премии своей республики
- ↑ Фильмография. bulat-yusupov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Фильм «Дневник поэта». Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 3 Булат Юсупов. bulat-yusupov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
- ↑ «Фарзана идёт на запад»: в Уфе прошёл предпремьерный показ военно-исторического фильма. Башкортостан 102. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
- ↑ КиноПоиск
- ↑ Булат Юсупов стал лауреатом премии «ТОП 30. Самые знаменитые люди Уфы» в номинации «Кино». Sobaka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2026.
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе вручили первые медали Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (12 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. (рус.)
- ↑ Даут Юсупов: «Здорово, когда папа – режиссер, а мама – актриса». mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2026.