Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова (рус. Лейла Мидхатовна Хусаинова; 1970 йылдың 29 июле, Усман, Башҡорт АССР-ы) — башҡорт теле белгесе-ғалим. Филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, башҡорт филологияһы факультеты деканы.
Биографияһы
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова (Солтаҡаева) Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районының Уҫман ауылында тыуған. Тыуған ауылындағы башланғыс, Төрөмбәт урта мәктәбендә уҡый.
1992 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген алтын миҙалға тамамлай.
Ул хеҙмәт юлын Ауырғазы районы Үтәймулла урта мәктәбендә башлай. Аспирантураға уҡырға ингәс, СДПИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына саҡырыла. Кафедра мөдире, декан урынбаҫары вазифаларын башҡара.
Бөгөн Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты доценты, деканы.
Фәнни эшмәкәрлеге
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы 1-се курста уҡыған саҡта уҡ филология фәндәре кандидаты, доцент Ҡаһарманов Ғәлиән Ғәйнетдин улы етәкселегендә «Тел тарихы» түңәрәгендә шөғөлләнә. Диплом эшенең темаһы: «Башҡорт әҙәбиәте терминологияһының структур-семантик төркөмләнеше». 2016 йылда был тема буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Профессор Ишбирҙин Эрнст Фәйзрахман улы етәкселегендә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты янындағы аспирантурала уҡый. Эҙләнеү өсөн «Башҡорт микротопонимияһы: структураһы, семантикаһы, этимологияһы» темаһы билдәләнелә.
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова — 300-ҙән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография, ике һүҙлек, тиҫтәләгән уҡыу һәм уҡытыу-методик ҡулланмаһы авторы.
Рәсәй төбәктәре һәм сит ил юғары уҡыу йорттары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә: Таулы Алтай, Яҡутстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә студенттарына лекциялар уҡый, коллегалары менән йыш аралаша.
Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы 2020 йылда «Башҡорт яҙмаһының тарихы һәм хәҙерге башҡорт әҙәби теленең орфография нормаларының барлыҡҡа килеүе» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1][2].
Хеҙмәттәре
Ғилми дәрәжәләре
- Филология фәндәре кандидаты (2016)
- Филология фәндәре докторы (2020)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәми Ғарипов миҙалы (2026)[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История башкирского письма и становление орфографических норм современного башкирского литературного языка
- ↑ Объявление о защите диссертации
- ↑ Башҡорт микротопонимияһы: структураһы, семантикаһы, этимологияһы
- ↑ Башҡорт диалектологияһы
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе вручили первые медали Рами Гарипова. ИА «Башинформ» (12 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026. (рус.)
Сығанаҡтар
- Башҡортостан уҡытыусыһы 5 август 2020 Егәрленең ҡулы ете