Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы
Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов (рус. Суфиян Шамсетдинович Поварисов; 1924 йылдың 29 авгусы, Тыпый, Үрмәт ауыл Советы (Илеш районы) — 2016 йылдың 3 июле, Өфө) — совет, Рәсәй яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011), Башҡортостан Республикаһының (1992) һәм Татарстан Республикаһының (2004) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәр биреү хеҙмәткәре (1997). Фәтих Кәрим (1984) һәм Ғәлимйән Ибраһимов (1998) исемендәге премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1948) ордендары кавалеры.
Биографияһы
1924 йылдың 29 авгусында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Тыпый ауылында тыуған. 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылда һуғышҡа китә. Украинаны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Германиялағы Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.
Һуғыштан һуң Ҡазан дәүләт педагогия иниститутында белем ала. Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә, Татарстандың Аҡтаныш районында мәктәптә татар телен уҡыта.1950-1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡыта, профессор.
Суфиян Поварисов 2016 йылдың 3 июлендә Өфөлә вафат булды[1].
Ижад юлы
Суфиян Поварисовтың ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы. Матбуғатта уның күп шиғырҙары, «Ләлә», «Һалдат йөрәге», «Фронт юлдары» исемле поэмалары донъя күрә. Гәзиттә эшләгән үҙен оҫта журналист итеп таныта. Очерктар, мәҡәләләр йыйынтыҡтары баҫтыра.
Китаптары
- Ауыл яҙмышы кем ҡулында. — Өфө: Китап, 1992.
- Бәхет тураһында легенда: Очерктар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 231 бит.
- Кәрлә йондоҙ: Комедия. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 48 бит.
- Алтын йондоҙло Ләйлә апай: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 70 бит.
- Яңы көй: Пьесалар. — Ҡазан, Татарстан китап нәшриәте, 1967. — 140 бит.
- Яратам һине, тормош!: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1965. — 96 бит.
- Биш партизан: документаль повесть / С. Поварисов; [мөх. И. Н. Әхтәмйәнов]. — Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1987. — 160 б.
- Ер һулышы: повесть һәм очерктәр / С. Поварисов; [мөх. Р. С. Шаммасов]. — Өфө : Башҡ. кит. нәшр., 1975. — 144 б.
- Йәшлек иртәһе: роман / С. Поварисов. — Өфө: Китап, 2001. — 311 б.
- Ҡанлы бәхет: роман-хәтирә / С. Поварисов; [мөх. Э. Ниғмәтуллина]. — Өфө: Китап, 2008. — 311 б.
Уның тураһында
- Габидуллина З. Тормыш аны үзе чыныктырды. Суфиян Поварисовка — 90 яшь. «Өмөт» гәзите, 2014[2]
Ғаиләһе
- Ҡыҙы — Клара Поварисова, ейәнсәре — Лилиә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- III дәрәжә Дан ордены (27.04.1945)[4];
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- «За боевые заслуги» миҙалы (23.12.1943)[5];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре;
- Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004);
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре;
- Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты;
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011).
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе ушел из жизни народный писатель Башкортостана Суфиян Поварисов. «Башинформ» (3 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2016.
- ↑ «Өмөт» гәзите, 2014 2016 йылдың 23 апрель көнөндә архивланған. (тат.)
- ↑ В Уфе увековечили память известного педагога, ученого, народного писателя Башкортостана Суфияна Поварисова. Учительская газета Башкортостана (28 август 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 август 2026.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Сығанаҡтар
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйетбай Н. Илешкә рухи һәйкәл // Ағиҙел, 2014, 8-се һан.
Һылтанмалар
- башҡа сығанаҡтар
Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.