Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев (рус. Абдулхак Хажмухаметович Игебаев; 1930 йылдың 2 июле, Күсей, Башҡорт АССР-ы2016 йылдың 27 сентябре, Өфө) — журналист, шағир. 1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010). Башҡорт АССР-ының (1980) һәм РСФСР-ҙың (1991) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2005).

Биографияһы

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Күсей ауылында тыуған[1]. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.

1946—1950 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2022 йылдан — Өфө фән һәм технологиялар университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлай.

1971—1990 йылдарҙа — «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә Абдулхаҡ Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат була[1].

Ижады

Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы — «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрә. Әҫәрҙәре тағы ла ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, украин, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемәләнгән. Шиғырҙарына Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов, Хөсәйен Әхмәтов һәм башҡа композиторҙар йырҙар, романстар, ораториялар, кантаталар ижад иткән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)
  • Башҡортостан РЕспубликаһының халыҡ шағиры (2010)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980)
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990)
  • Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968)
  • Салауат Юлаев ордены (2005)
  • Батыр Вәлид исемендәге премия (1997)
  • Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1990)[2]

Хәтер

  • Шағирҙың тыуған ауылында уның хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.
  2. Почётные граждане. Игебаев Абдулхак Хажмухаметович. Муниципальный район Баймакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 декабрь 2025.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2025)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2025)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2025)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (Тикшерелеү көнө: 16 декабрь 2025)

Һылтанмалар

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
башҡа сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә