Талха Ғиниәтуллин
Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин (рус. Талха Юмабаевич Генатулин; псевдонимы Анатолий Генатулин; 1925 йылдың 20 апреле, Ураҙ — 2019 йылдың 7 ноябре, Ураҙ, Башҡортостан Республикаhы) — СССР һәм Рәсәйҙең рус телендә ижад иткән әҙибе. Милләте башҡорт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1978 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)[1].
Биографияһы
Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы 1925 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ының Тамъян‑Ҡатай кантоны[2] Ураҙ ауылында тыуған[1]. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрә, колхозда эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт заводта эшләй. 1943 йылда хәрби хеҙмәткә алына, ауыр яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
1948 йылда демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан Мәскәүгә барып, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп, урта белем ала.
1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын ситтән тороп тамамлай[1].
Илленсе йылдарҙан бирле Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Рус телендә яҙа, күпселек әҫәрҙәре туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған. Китаптары инглиз, немец, ҡытай, поляк һ.б. телдәрҙә баҫылып сыҡҡан.
2000 йылдарҙан башлап әҫәрҙәре башҡорт теленә әүҙем тәржемә ителә.
Ғүмеренең һуңғы тиҫтә йылдарында әҙип тыуған ауылы Ураҙда йәшәй, шунда 2019 йылдың 7 ноябрендә вафат була[1].
Китаптары
- Рябиновая гора: Рассказы. — М.: Сов. писатель, 1969. — 2016 с.
- Аюташ: Расказы. — М.: Россия, 1975. — 96 с.
- Золотая моя колыбель: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1984. — 240 с.
- Нас остается мало: Рассказы, повесть. — М.: Современник, 1988.
- Вот кончится война: Повести, рассказы. — М.: Правда, 1988. — 464 с.
- Тыуған йорт тупһаһында: Повестар, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 1994. — 224 б.
- Нимә унда тау артында: Хикәйәләр, повестар. — Өфө, Китап, 1997. — 480 б.
- Загон: Роман, повесть, рассказы. — Уфа, Китап, 2004. — 352 с.
- Вот кончится война: Повести. — М.: Терра — книжный клуб, 2005. — 400 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- III дәрәжә Дан ордены (28.06.1944)
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2010)
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)
- Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты (2002)[3]
- Учалы районының почётлы гражданы (2011)[4].
Тормошо һәм ижады тураһында
- Әминев Ә.М. Прозабыҙ ирәмәле. — «Ағиҙел», 2007 й., № 7, 114-141-се биттәр.
- Әминев Ә.М. «Һалдат прозаһы» генералы. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 4, 60-62-се биттәр.
- Өмөтбаев Р. Р. Кис етмәгән әле, дуҫтар. — «Йәшлек» гәзите, 2000 й., 15 апрель.
- Әминев Ә.М. Ике китап. — «Ағиҙел», 1998 й., № 2, 179-181-се биттәр.
- Бәҙретдинов С. М. Артылыш. — «Башҡортостан» гәзите, 1990 й., 23-24 декабрь. № 292, 293, 294.
- Ямалетдинов М. Б. Талха Ғиниәтуллин мәктәбе. — «Башҡортостан» гәзите, 2 сентябрь, № 174.
- Шарапов И. И. Йонсоу көндәр. — «Ағиҙел» журналы, 2000 й., № 4, 168-169-сы биттәр.
- Яхин Ф. Халыҡтар дуҫлығы илсеһе. — «Башҡортостан» гәзите, 2008 й., 25 сентябрь, № 186.
- Әхмәтҡужина Г. Ф. Ә тыуған яҡ һағындыра. — «Башҡортостан» гәзите, 2005 й., 1 июль, № 127.
- Абдуллина Л. Х. Намыҫ ижады. — «Башҡортостан» гәзите, 2011 й., 13 май.
- Зәйнуллин М. В., Санъяров Ф. Б. Әҙәбиәтебеҙ уҙаманы. — «Башҡортостан», 2006 й., 5 сентябрь, № 175.
- Әҙелбаев Ф. Ҡәләменең осонда ҡуҙ баҙлай. — «Башҡортостан» гәзите, 2001 й., 28 август, № 167.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2021 йылдың 11 майындағы 207-се Ҡарары менән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллиндың исеме Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының Ураҙ ауылы лицейы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5];
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 С. Ғ. Сафуанов, Ә. М. Әминев. Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (19 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Учалы районы
- ↑ Альфия Аглиуллина. В Уфе вручена Всероссийская литературная премия имени Сергея Аксакова. ИА «Башинформ» (19 сентябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)
- ↑ К 90-летию Учалинского района: Почётный гражданин Талха Гиниятуллин. Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 11 мая 2021 года № 207 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (11 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы (баш.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
- Интервью (декабрь 2007) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
- Сайт Русское поле. Содружество литературных проектов. Анатолий Генатулин. На просторах реки Белой (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)
- Централизованная библиотечная система имени Нины Николаевны Зиминой Белорецкого района. Библиотека № 8 (с. Тукан). Официальный сайт. Обзор книжного развала «Сто шагов на войне» к 100-летию писателя Генатулина Анатолия (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2026)