3 июль
3 июль — рәсми календарь буйынса йылдың 184-се (кәбисә йылында 185-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 181 көн ҡала.
| ← июль → | ||||||
| Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
| 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
| 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
| 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
| 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
| 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
| 2026 йыл | ||||||
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Полиэтилен пакеттарҙан баш тартыу көнө.
- Йәшерен дуҫлыҡ көнө.
- Кондиционерға рәхмәт әйтеү көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
Алтай Республикаһы: Республика ойошторолған көн.
Хаҡас Республикаһы: Республика ойошторолған көн.- Калининград ҡалаһы көнө.
Беларусь: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ҡаҙағстан: Думбыра көнө.
Мьянма: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
Сингапур: Йәштәр көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
Аргентина: Дикторҙар көнө.
- Биоинженерҙар көнө.
Беларусь: Һыу транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
Ҡырғыҙстан: Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар
Был көндә тыуғандар
- Патраков Александр Фёдорович (1910—15.07.1943), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы айырым сапёр батальонының взвод командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Нөгөш ауылынан.
- Панасенко Светлана Алексеевна (1945), журналист, яҙыусы. 1977—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Аудитория» күп тиражлы гәзите мөхәррире. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы, 2017 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (1999). Сығышы менән хәҙерге Һарытау ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Гвоздик Татьяна Анатольевна (1960), муниципаль орган хеҙмәткәре. Архангел район хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең элекке етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Пробер Вадим Абрамович (1951), инженер. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең төҙәтеү-эксплуатация бүлеге начальнигы. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Дубинский Леонид Шулимович (1956), архитектор. 1989 йылдан Өфөләге хәҙерге «Архпроект» йәмғиәтенең баш проект архитекторы, 1992 йылдан — оҫтахана начальнигы. 1985 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған архитекторы. Сығышы менән Могилёв-Подольский ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Чипенко Сергей Геннадиевич (1961), пианист, композитор. 1984 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, 1986 йылдан — Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1992 йылдан Мәскәүҙә, 2012 йылдан АҠШ-тың Лос-Анджелес ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2002). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Яфаев Шәрифйән Хажиәхмәт улы (1927—26.10.2015), водитель. 1957—1993 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Дүртөйлөләге 1-се технологик транспорт идаралығы водителе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Ғайсина Зөлфиә Шәрифйән ҡыҙы (1942), китапханасы. 1976—2004 йылдарҙа хәҙерге Дүртөйлө үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Уртай ауылынан.
тулы исемлек
- Ғәтиәтуллин Тимерзаһит Ғәтиәтулла улы (1942), механизатор. 1962—2003 йылдарҙа Дүртөйлө районы «Маяҡ» колхозы тракторсыһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986). Сығышы менән ошо райондың Солтанбәк ауылынан.
- Йәмәлиев Альберт Мәғсүм улы (1942—1.09.2017), үҫемлектәр физиологы-ғалим. 1994 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының үҫемлектәрҙе һаҡлау лаборатоияһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Сәүәҙебаш ауылынан.
- Исмәғилева Асия Фәхретдин ҡыҙы (1952), ветеринария табибы-ғалим. 1988 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Органик химия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1997 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 2012 йылға тиклем эске йоғошһоҙ ауырыуҙар, клиник диагностикалау һәм фармакология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1997), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).
- Ғирфанов Солтан Ғирфан улы (1913—31.03.1989), агроном, ауыл хужалығы һәм урындағы башҡарма орган хеҙмәткәре. 1946—1949 йылдарҙа Ҡыйғы районы Киров исемендәге колхоздың йылҡы фермаһы мөдире, 1949 йылдан — колхоз рәйесе, 1954 йылдан «Ҡыҙыл Урал колхозы агрономы, 1966—1971 йылдарҙа Йыланлы ауыл советы рәйесе. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), 3‑сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1943). Сығышы менән Йыланлы ауылынан.
- Исмәғилев Ғәләү Сиражетдин улы (1918—16.03.1995), философ-ғалим, партия органдары хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1942 йылдан ВКП(б)-ның Ауырғазы район комитеты, 1944—1950 йылдарҙа Башҡортостан өлкә комитеты хеҙмәткәре; 1954 йылдан Өфө авиация институтының марксизм-ленинизм кафедраһы мөдире, 1956 йылдан — Өфө юғары партия мәктәбенең, 1960 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 1971—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының философия кафедраһы мөдире. Философия фәндәре кандидаты (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районының Балыҡлыкүл ауылынан.
тулы исемлек
- Мырҙабулатов Салауат Барый улы (1928—25.02.2002), малсы, йәмәғәтсе. Баймаҡ районының элекке һарыҡ көтөүсеһе. СССР-ҙың алтынсы саҡырылыш (1962—1966) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының иң яҡшы һарыҡ көтөүсеһе (1956). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Мырҙабулат ауылынан.
- Ҡоҙабаев Айҙар Сәйфулла улы (1933), педагог. 1951 йылдан (өҙөклөк менән) Хәйбулла районы мәктәптәре уҡытыусыһы, директоры; 1962 йылдан район мәғариф бүлеге инспекторы, 1967—1971 йылдарҙа — мөдире; 1990—1998 йылдарҙа Аҡъярҙағы 110-сы һөнәри училище уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1981). Сығышы менән Аҡъяр ауылынан.
- Дауытов Әғләм Хәсән улы (1933), нефтсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1956—1994 йылдарҙа «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау цехының өлкән инженеры, мастеры, НГДУ-ның участка начальнигы, нефть промыслаһы мөдире, партком секретары, цех начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районынан.
- Исламов Йонос Мулланур улы (1938), инженер, ауыл хужалығы, комсомол, партия һәм именлек органдары хеҙмәткәре. 1967 йылдан ВЛКСМ-дың Ҡалтасы район комитетының беренсе секретары, 1970 йылдан КПСС район комитеты инструкторы, ойоштороу бүлеге мөдире; 1972 йылдан КПСС-тың Краснокама район комитетының икенсе секретары; 1975—1992 йылдарҙа дәүләт именлеге органдары хеҙмәткәре, полковник (1986). Почёт ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡалтасы районының Яңы Әшит ауылынан.
- Әхмәтов Хәмзә Рәис улы (1958—13.10.2007), муниципаль орган хеҙмәткәре. 2000—2007 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
- Лукьянцева Ирина Александровна (1968), инженер. 1990 йылдан Салауат химия заводы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (2011). Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы (1924—31.07.2006), офтальмолог-ғалим, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан М. Ф. Владимирский исемендәге Мәскәү өлкә клиник ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, 1965 йылдан күҙ бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Мәскәү өлкәһенең балалар офтальмологы; 1982—2001 йылдарҙа Н. А. Семашко исемендәге балалар диагностика һәм дауалау үҙәге консультанты. Медицина фәндәре докторы (1975). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ильясов Ғәбит Асылғужа улы (1924—1973), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Әбйәлил районы Киров исемендәге колхоздың элекке механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Мәхмүт ауылынан.
тулы исемлек
- Торомтаев Йәүҙәт Мифтах улы (1949), юрист, 2000–2002 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы прокуроры. Юстицияның 3-сө класлы дәүләт советнигы. Рәсәй прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Утарбай ауылынан.
- 1962 йыл: Том Круз, АҠШ актёры, режиссёр, продюсер, сценарист.
- 1845 йыл: Фёдор Дубасов, Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби-диңгеҙ флоты эшмәкәре, генерал-адъютант, адмирал.
тулы исемлек
- 1850 йыл: Альфредо Кейль, Португалия композиторы, илдең дәүләт гимны авторы, сығышы менән Германиянан.
- 1875 йыл: Фердинанд Зауэрбрух, Германия хирургы, күкрәк хирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1895 йыл: Марк Рейзен, йырсы, Ҙур театр солисы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1937).
- 1900 йыл: Алессандро Блазетти, Италия кинорежиссёры.
- 1900 йыл: Маргарита Рудомино, СССР-ҙың китапхана белгесе, хәҙер уның исемен йөрөткән Сит ил әҙәбиәте китапханаһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе етәксеһе.
- 1920 йыл: Николай Месяцев, дәүләт органдары хеҙмәткәре, 1964—1970 йылдарҙа СССР-ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
- 1924 йыл: Владимир Богомолов, СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы.
- 1925 йыл: Марк Орлов, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист.
- 1925 йыл: Анатолий Эфрос, СССР-ҙың театр һәм кино режиссёры, педагог.
- 1935 йыл: Харрисон Шмитт, Америка астронавы.
- 1955 йыл: Ирина Моисеева, СССР фигуристкаһы, боҙҙа бейеү буйынса ике тапҡыр донъя һәм ике тапҡыр Европа чемпионы.
- 1960 йыл: Винс Кларк, Британия музыканты, йырҙар авторы.
- 1960 йыл: Хокан Лооб, Швеция хоккейсыһы, олимпия һәм ике тапҡыр донъя чемпионы.
- 1965 йыл: Конни Нильсен, Дания актрисаһы.
- 1970 йыл: Сергей Бадюк, СССР һәм Рәсәй актёры, спортсы, йәмәғәтсе.
- 1970 йыл: Теему Селянне, Финляндия хоккейсыһы.
- 1980 йыл: Лиза Оливия Манн, АҠШ-тың кино актрисаһы.