Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы
Тыуған көнө | 3 июль 1924 |
---|---|
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Вафат булған көнө | 31 июль 2006 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Һөнәр төрө | ғалим |
Тыуған урыны |
|
Уҡыу йорто |
Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы (3 июль 1924 йыл — 31 июль 2006 йыл) — ғалим-офтальмолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1975). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).
Биографияһы
Ләлә Сафа ҡыҙы Байтирәкова 1924 йылдың 3 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1948 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Диплом алғандан һуң Башҡортостан трахоматоз ғилми тикшеренеү институтында, 1950—1982 йылдарҙа Мәскәү өлкә клиник ғилми тикшеренеү институтында (1960 йылдан алып өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй.
Ләлә Байтирәкова 2006 йылдың 31 июлендә Мәскәүҙә вафат була.
Фәнни эшмәкәрлеге
Медицина фәндәре докторы Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре ҡан тамырҙары һәм эндокрин ауырыуҙар ваҡытында күреү ағзалары патологияһын өйрәнеүгә, балалар офтальмологияһы проблемаларына арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1980).
- ВДНХ-ның көмөш миҙалы (1975).
Фәнни хеҙмәттәре
- Сложные офтальмологические изменения и их диагностика. М., 1965 (авторҙаш).
Һылтанмалар
- Байтирәкова Ләлә Сафа ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Выпускники БГМУ – ветераны ВОВ › БАЙТЕРЯКОВА Ляйла Сафовна. Башкирский государственный медицинский университет. Официальный сайт 2019 йылдың 1 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2019)