Газпром Нефтехим Салауат
Эшмәкәрлеге
«Газпром нефтехим Салауат» бензин, дизель яғыу, керосин, полиэтилен, бутил спирттары, дваэтилгексанол, пластификатор ДОФ, толуол, сольвент, ҡыҫылған газдар, бензол, стирол, этилбензол, фталь ангидрид, пластификаторҙар, полистиролдар, силикагелдәр, цеолит катализаторҙар, коррозия ингибиторҙар, көкөрт, аммиак, карбамид, гликолдәр, аминдар, пластмассанан көнкүреш әйберҙәре һәм башҡа продукция етештерә[1].
«Газпром нефтехим Салауат» составында нефть эшкәртеү, ремонт-механика, химия, газохимия, «Мономер» заводтары һәм Мәләүездәге минераль ашламалар заводы. Шулай уҡ берекмәгә Яңы Салауат ТЭЦ-ы ла ҡарай. 2013 йылдан ойошмала Ренейссанс Констракшн менән Акрилат комплексы төҙөлә[2].
Йәмғиәттә 1956 йылдан алып «Салаватский нефтехимик» гәзите сығарыла[3] (2011 йылдан аҙнаға бер).
Пилотһыҙ осоу аппараттарының «Газпром Нефтехим Салауат»ҡа һөжүме
2025 йылдың 18 сентябрендә "Газпром нефтехим Салауат"та ғәҙәттән тыш хәл булды. Заводҡа самолет тибындағы пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте.
Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ҡала өҫтөнән күктә ике дрон осоп үтте, уларҙы һаҡ көстәре һәм предприятиены һаҡлау системалары бәреп төшөрҙө. Хәүеф бөтөрөлһә лә, ике пилотһыҙ аппарат та завод территорияһына ҡолап төштө.
«Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Пассив һәм актив һаҡланыу ҙа эшләй. Предприятие һаҡсылары һөжүмгә ут асты», — тип билдәләне Хәбиров.
Әлеге ваҡытта предприятие штат режимында эшләй. Инцидент факты буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү үткәрә[4].
Идаралыҡ[5]
- Важенин Юрий Иванович (Идаралыҡ рәйесе, «Газпром переработка» йәмғиәтенең генераль директоры)
- Каримов Айрат Азатович (Идаралыҡ рәйесе урынбаҫары, «Газпром переработка» йәмғиәтенең генераль директоры)
- Алюшкин Павел Викторович
- Афанасьев Игорь Павлович
- Караяков Рустам Абдулкадирович
- Паршиков Геннадий Петрович
- Тригубенко Елена Валерьевна
- Файрузов Данис Хасанович
Етәкселәре
- Филаретов Алексей Николаевич — 1947—1949 йылдар
- Алатырцев Алексей Иванович — 1949—1950 йылдар
- Франгулян Арташес Мнацаканович — 1950—1951 йылдар
- Березовский Иван Афанасьевич — 1952—1964 йылдар
- Осипенко Леонид Иокинфович — 1966—1969 йылдар
- Сисин Михаил Федорович[6] — 1972—1975 йылдар
- Юдаев Александр Иванович — 1975—1977 йылдар
- Тюгаев Прокопий Фёдорович — 1977—1993 йылдар
- Павлычев Валентин Николаевич — 1994—1996 йылдар
- Ҡотлоғилдин Наил Зәкир улы — 1996—1997 и 1999—2002 йылдар
- Захаров Виталий Александрович c 1997—1998 йылдар
- Ишмейәров Марат Хафиз улы — 2002—2005 йылдар
- Шәвәлиев Дамир Әхәт улы — 2005 −2014 йылдар[7]
Билдәле шәхестәре
- Абдужамалов Абдужамал Абдурашидович (10.12.1933—18.11.1996), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1980—1996 йылдарҙа берекмәнең минераль ашламалар заводы директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1967), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәтенең иң яҡшы рационализаторы (1987). Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Сөләймән Стальский районының үҙәге Касумкент ауылынан[8].
Бүләктәре
- Ленин ордены (1971).
Әҙәбиәт
- «Сисин. Линия судьбы» Раиса Зыкина, Юрий Чистяков, изд. Скиф, 2011 г.
- «Комбинат» Потеряхин В. А., Фахреев Н. К., Зыкина Р. Ф. ООО «Агентство „Река“», изд. «Автор», 1998 г. ISBN 5-93102-001-2
Иҫкәрмәләр
- ↑ http://www.snos.ru/razdely/neftekhimiya/produktsiya 2012 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Ренейссанс Констракшн 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
- ↑ http://www.snos.ru/press-tsentr/gazeta-salavatskii-neftekhimik 2012 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Глава Башкирии сообщил об атаке БПЛА на "Газпром нефтехим Салават". Интерфакс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2025.
- ↑ [ http://www.gpns.ru/about/heads/ruler 2015 йылдың 30 март көнөндә архивланған.]
- ↑ Золотое имя Башкортостана(недоступная ссылка)
- ↑ [1] 2015 йылдың 1 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ http://salavat-neftekhim.gazprom.ru/d/textpage/57/87/enciklopediya_gpns__full.pdf
Һылтанмалар
- http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/4754-gazprom-neftekhim-salavat 2016 йылдың 5 март көнөндә архивланған. Башҡорт энциклопедияһында
- «Газпром Нефтехим Салауат» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайты 2013 йылдың 22 август көнөндә архивланған.
- http://salavat-neftekhim.gazprom.ru/d/textpage/57/87/enciklopediya_gpns__full.pdf