Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәге
Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәге (рус. Ново-Салаватская ТЭЦ)— Башҡортостандың Салауат ҡалаһында урынлашҡан йылылыҡ электр үҙәге. «Газпром Нефтехим Салауат» нефть химияһы берекмәһен энергия менән тәьмин итеүҙең төп сығанағы булып тора.
Тарихы
1948 йылда Салауат ҡалаһында «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен (хәҙер «Газпром Нефтехим Салауат») энергия менән тәьмин итеү өсөн Салауат йылылыҡ электр үҙәге төҙөлә башлай. Уның беренсе агрегаты 1953 йылда файҙаланыуға тапшырыла. Производствоның үҫеше һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығы талаптары ҡалала икенсе станция — Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәге төҙөү зарурлығын тыуҙыра.
Станция 1961 йылда төҙөлә башлай. 1966 йылда ҡеүәте 50 МВт булған йылылыҡ электр үҙәгенең беренсе сираты файҙаланыуға тапшырыла. 1971 йылда ҡеүәте 300 МВт, 1976 йылда 420 МВт, 1991 йылда 530 МВт тәшкил итә.
2007 йылда предприятие, «Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәге» яуалылығы сикләнгән ширҡәте бүленеп сығып, «Башҡортостан генерация компанияһы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәт итеп үҙгәртелә. 2009 йылда предприятие «Газпром Нефтехим Салауат»ҡа һатыла һәм уның бүлендек компанияһына әйләнә.
Тасуирламаһы
Предприятие йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү ихтыяждарына йылылыҡты быу (киҫкен быу, 32-35 кгс/см2 һәм 8-16 кгс/см2 баҫымлы быу), ҡайнар һыу рәүешендә сығара.
Йылылыҡ электр үҙәгендә төп яғыулыҡ төрө булып тәбиғи газ тора. Газ баҫымы авария хәлендә түбәнәйгәндә, газ көйләү пункты алдындағы ҡаҙандар автоматик рәүештә мазут яндырыуға күсерелә.
Станцияның электр ҡеүәте 530 МВт, һайлап алынған пар буйынса йылылыҡ ҡеүәте 1 619 Гкал/сәғ. 2010 йылда Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәге 2322,6 млн кВт/сәғ электр энергияһы етештерә, Был Башҡортостан Республикаһы территорияһында электр энергияһы етештереүҙең 9,2%-ын тәшкил итә.
Йылылыҡ электр үҙәгендә ете пар турбинаһы ҡуйылған:
- № 1 — 1966 йылда файҙаланыуға тапшырылған ПТ-50-130/7 (50 МВт);
- № 2 — 1966 йылда файҙаланыуға тапшырылған Т-50-130/1 (50 МВт);
- № 3 — 1967 йылда файҙаланыуға тапшырылған Р-40-130/13 (40 МВт);
- № 4 — 1968 йылда файҙаланыуға тапшырылған Р-40-130/13 (40 МВт);
- № 5 — 1971 йылда файҙаланыуға тапшырылған Р-80-130/15 (80 МВт);
- № 6 — 1975 йылда файҙаланыуға тапшырылған ПТ-135/165-130/15 (135 МВт);
- № 7 — 1981 йылда файҙаланыуға тапшырылған ПТ-135/165-130/15 (135 МВт).
Яңы төҙөлөш
2016 йылдың йәйенә ПГУ-410Т пар-газ ҡоролмаһын (электр ҡеүәте 410 МВт, йылылыҡ ҡеүәте 207,3 Гкал/сәғ) файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана, бер үк ваҡытта ике пар турбинаһы ПТ-50-130/7 (станция № 1) һәм Т-50-130/1 (станция № 2) ҡулланыуҙан сығарыла. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы «Трест Севзапэнергомонтаж» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, турбина ҡорамалдары менән тәьмин итеүсе «Силовые машины» асыҡ акционерҙар йәмғиәте була[1].
Яңы энергоблок төҙөлөшө ҡеүәт биреү тураһында килешеүҙәр (ДПМ) программаһынан тыш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта "Газпром"дың Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәгенең өсөнсө сиратын булдырыуы Рәсәйҙә иң ҙур «ДПМ булмаған» объект тип иҫәпләнә.
2017 йылда Инвестиция эшмәкәрлеге сиктәрендә Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәгендә ҙур проекттар тормошҡа ашырыла[2].
Етәкселәре
- Локтев Б. Г. (1965—1982)
- Крайнов В. К.(1983—1987)
- Сәлихов А. А. (1987—1988)
- Заруцкий Д. С. (1988—2004)
- Краснов А. В. (2004—2008)
- Вертинский Г. П. (2008—2010)
- Гущин Е. Н. (2010—2012)
- Томшин А. Н. (2012 йылдың июненә тиклем)
- Талаев В. Л. (2012 йылдың июненән)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ново-Салаватская ТЭЦ. Трест Севзапэнергомонтаж. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
- ↑ «Встречаем профессиональный праздник с установленной мощностью в 882 МВт». Корпоративная газета ООО «Газпром нефтехим Салават» (2017 йылдың 23 декабре). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2025.
Әҙәбиәт
- Газпром нефтехим Салават: энцикл. / Гл. ред. Д. Р. Ягтман. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — ISBN 978-5-88185-079-1.
- Мамаева Е. В., О-во с ограниченной ответственностью Ново-Салаватская ТЭЦ. ООО "Ново-Салаватская ТЭЦ" - 50 лет. История в лицах. Энергия сердец: посвящается 50-летию со дня ввода Ново-Салаватской теплоэлектроцентрали в число действующих предприятий энергосистемы. — Уфа: Скиф, 2016. — С. 199. — 1000 экз. — ISBN 978-5-905974-18-2.
Һылтанмалар
- Яңы Салауат йылылыҡ электр үҙәгенең рәсми сайты. nslvtec.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 август 2025.
