Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө
ЮХХДИ көнө, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы көнө, ГБДД көнө — Рәсәй Федерацияһында йыл һайын 3 июлдә билдәләнгән һөнәри байрам.
Тарихы
СССР Эске эштәр министрлығының дәүләт автомобиль инспекцияһы 1936 йылдың 3 июлендә ойошторола. Тап шул саҡта НКВД-ның Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарары менән Эшсе-крәҫтиән милицияһы Баш идаралығының Дәүләт автомобиль инспекцияһы (ГАИ) тураһында положение раҫлана.
1998 йылдың июненән ГАИ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы (ГИБДД) тип үҙгәртелә. 2002 йылдың 2 июлендә ведомство «Дәүләт автоинспекцияһы» тигән икенсе рәсми исем ала[1].
2009 йылдың 3 июлендә[2] рәсәй Федерацияһы эске эштәр министры армия генералы Рәшит Нурғәлиев Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Рәсәй федерацияһы Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы көнөн иғлан итеү тураһында» 502-се бойороғона ҡул ҡуя[3].
2024 йылдың 28 майында Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы (ЮХХДИ) йәнә Дәүләт автоинспекцияһы (Госавтоинспекция — ГАИ) тип үҙгәртелә. Был хаҡта ведомство башлығы Михаил Черников хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, бөтә норматив-хоҡуҡи документтар яңы исемде иҫәпкә алып алып барыла.[4]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президента РФ от 2 июля 2002 г. № 679 «О Внесении изменений и дополнений в Указ Президента Российской Федерации от 15 июня 1998 г. № 711». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 апрель 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Приказ МВД России от 3 июля 2009 г. № 502 «Об объявлении Дня ГИБДД МВД РФ» Архивная копия от 8 октябрь 2011 на Wayback Machine
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 август 2009. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года.
- ↑ ГИБДД России переименовали обратно в ГАИ. LENTA.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2024.>